– Һеҙ үҙегеҙ ҡайһы яҡтан? Бала сағығыҙ нисек хәтерегеҙҙә ҡалған? Киләсәктә ателье хужаһы булырығыҙҙы күҙ алдына килтерә инегеҙме?
– Мин Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында 1962 йылдың 13 февралендә тыуғанмын. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ, бер малай үҫтек. Ауылда VII синыфты тамамлағас, Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға килдем. Баш ҡалала уҡыу теләге көслө ине. Бәләкәйҙән тегергә, һүрәт төшөрөргә яраттым. Әсәйемдең бөтә кейемдәрен боҙоп, үҙемә үҙгәртеп ала торғайным. Атайымдың ирҙәр күлдәгенән дә шулай уҡ үҙемә нимәлер килтереп сығарам. Синыфташ әхирәтем Рәйхан, тағы ла бер ҡыҙ гел тегеү менән булырға яраттыҡ. Рәйхандың әбеһе, минең ҡартәсәй ҙә оҫта ине. Әхирәтем Өфөгә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға инде, мин – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат гимназияһына. Унда ла ял көндәрендә Рәйхан минең янға килә торғайны. Шулай осрашып, бергәләп тағы тегеү менән шөғөлләнәбеҙ. Әхирәтем уҡыған гимназияла, әлбиттә, ҡул эштәренә ҙурыраҡ иғтибар бүленгәс, мин күберәк унан өйрәнә инем. Мәктәп формалары бер иш булмаһын тип, төрлө-төрлө яғалар уйлап сығарабыҙ.
Беҙҙең интернатта ла хеҙмәт дәрестәрендә тегеү менән шөғөлләндек. Бик оҡшай торғайны. Ҡыҫҡаһы, минең хобби – тегеү, бәйләү. Ул ваҡытта аҡса былай ҙа аҙ бит инде, әсәйемдәр ебәрһә, киоскыларҙан мода журналдары, магазиндан төрлө туҡымалар, бәйләү өсөн ептәр алыуға тотонам. Хатта ҡайһы бер уҡытыусылар шаяртыпмылыр, Саимә, шул магазинда шундай туҡыма бар, тип һөйөнсөләй торғайны. Интернатта уҡығанда күлдәктәр, итәктәр тектереп алыусылар булды. Заказ биргән уҡытыусым да бар ине. Каникулға ауылға ҡайтһаҡ, әхирәтем менән осрашып, тағы тегеү менән булабыҙ. Өсәр көн өйҙән сыҡмай ултыра инем. Шунан һылыуым яңы тегелгән күлдәк менән клубҡа сығып китә. Атайыма ла тектем. Ә сығарылыш кисәһенә үҙемә һәм синыфташ ҡыҙҙарға матур күлдәктәр теккәйнем.
– Улай булғас, шул саҡта уҡ аҡса ла эшләгәнһегеҙҙер әле?
– Уныһын иҫләмәйем. Элек ундай нәмә юҡ ине бит, тегеп бирәһең, бәйләп бирәһең. Хәҙер бик күптәр, һин миңә шуны теккәйнең, быны тегеп биргәйнең, тип әйтә, бөтәһен дә иҫләп тә бөтмәйем инде.
– Ҡартәсәйемдең исеме – Сәрбиямал. Ул камзулдар тегә, ҡашмауҙар эшләй, балаҫ та һуға ине. Үҙен Сәрби тип йөрөтә торғайнылар. Әлеге ательебыҙҙың исеме шунан алынды. Ҡартәсәйемдең әсәһе итек теккән. Атайым яғынан олатайым ҡамыттар эшләгән. Атайым да ҡамыт яһай, йүгән үрә, быйма баҫа, өҫтәлдәр эшләй торғайны. Прораб булып эшләне. Әсәйем шәл бәйләне. Нәҫелдән килгән һөнәрселәр, тиһәң дә була. Етенселә уҡығанда, мин барыбер тегә беләм, нимәгә өйрәнәһең инде, тип уйлай торғайным. География дәрестәре оҡшай ине. Шулай ҙа тегеүсе булыу теләге көслөрәк. Киләсәккә ниндәй һөнәр һайларымды шулай бала саҡтан уҡ уйлап ҡуйҙым. Был – минең яратҡан шөғөлөм дә, эшем дә. Аллаға шөкөр, бик дөрөҫ һайлағанмын. Ҡайһы берәүҙәрҙең, кем булырымды белмәйем әле, тигәненә аптырай инем, әле лә аптырайым. Һәр кем үҙенең һәләтенә, яратҡан шөғөлөнә, үҙе яҡшы белгән өлкәгә ҡарап һөнәр һайлаһа, уңышҡа ирешәсәк, эшенән йәм, бәхет тә табасаҡ, тип уйлайым. Унынсы синыфты тамамлағас, училищеға уҡырға индем. Унда эшкә ҡалырға тәҡдим иткәйнеләр. Ә мин хор йәмғиәтенә тегеүсе булып инеп, шунда дүрт йыл эшләнем. Шунан тормош ҡороп, Йомағужаға күсеп киттек. Тәүҙә – кейем бесеүсе, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, көнкүреш йортоноң директоры булдым. Артабан Өфөгә килеп, Моделдәр йортонда кейем бесеүсе һәм ижади лаборатория етәксеһе булып урынлаштым. Ситтән тороп институтҡа уҡырға ингәйнем, донъя мәшәҡәттәре, фатир алыу менән булышып, уны тамамларға форсат булманы. Әммә үкенмәйем: эш урыным үҙе бер институт ине. Моделдәр йортонда тегеүсе һөнәренең бөтә нескәлектәренә өйрәндем. Унда эшләүем менән бик бәхетлемен.
Бер аҙҙан ҡормалар тегеүгә керешеп киттем. Үҙемдең шәхси предприятием бар ине инде. Байтаҡ ҡына мәҙәниәт йорттарына сәхнәләргә шаршау тектем. Артабан ателье астыҡ.
– «Сәрби» ательеһы, белеүебеҙсә, милли стилдәге кейемдәр, әйберҙәр тегеү менән мәшғүл.
– Эйе. Ошо эшебеҙ менән кейемдәр аша халыҡта патриотизм тойғоһон тәрбиәләргә тырышабыҙ. Күлдәккә бәләкәй генә бер элемент өҫтәп тә үҙеңдең ҡайһы милләткә ҡарағаныңды күрһәтергә мөмкин бит. Был стилдә эшләү бик оҡшай, күңелгә яҡын.
– Ижад кешеләре, халҡына, милләтенә тоғро кешеләр. Кемдәр халҡына һөйөүен кейем аша белдерергә теләй, шулар килә. Башҡаларҙы дәртләндереп, үҙ артынан эйәртеү бурысы йөкмәтелгән, милләтебеҙҙең йөҙө булған шәхестәр бар бит, улар беҙгә мөрәжәғәт итә. Гөлфиә Юнысова, Таңсулпан Ғарипова, Гөлназ Ҡотоева, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғәзетдинова, Сара Буранбаева, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангилдина, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар. Әле яңыраҡ яҙыусы Лира апай Яҡшыбаеваға, йырсы Марсель Ҡотоевҡа бик матур кейемдәр тектек. «Салауат эҙҙәренән» кинофильмы геройҙары – Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналинға, Стәрлетамаҡ драма театрының «Рух асылы» тамашаһына костюмдар беҙҙең ательела тегелде. Ырыу тамғалары, Башҡортостан картаһы сигелгән спорт кейемдәребеҙ ҙә бар.
– «Сәрби» ательеһы теккән кейемдәр коллекциялары конкурстарҙа еңеүсе була, бүләктәр ала. Ә биҙәктәрҙе үҙегеҙ уйлайһығыҙмы?
– Эйе, үҙебеҙ, әммә мотлаҡ башҡорт орнаменты нигеҙендә. Тарихи китаптар, бүтән сығанаҡтарҙан уҡып өйрәнәбеҙ. Шунһыҙ булмай. Үҙебеҙҙең милли биҙәктәрҙе боҙорға ярамай. Аллаға шөкөр, коллективҡа оҫталарҙы туплап алдыҡ. Минең үҙемдең иң яратҡан туҡымам – шифон, тире менән эшләргә яратмайым. Заманса селтәрҙәр эшләйем.
– Һәр береһе үҙ хыялына ирешһен. Йәштәргә әйтер һүҙем бар: әгәр ҡулдары оҫта икән, шул һөнәр буйынса үҙҙәрен үҫтерһендәр. Һәр кешегә оҫта кәрәк. Һөнәрсе астан үлмәй, тиҙәр бит. Әйтәйек, тегеүсе лә – көнүҙәк һөнәр. Тик шуныһы эсте бошора, уҡыйҙар-уҡыйҙар ҙа алған һөнәрҙәре буйынса эшләмәйҙәр. Беҙгә лә практика үтергә киләләр, бик эшләгеләре килмәй, мисәт ҡуйһағыҙ, шул етә, тиҙәр. Тегеү еңел хеҙмәт түгел, әлбиттә. Кеше менән эшләргә, уның һүҙен дә тыңларға, теләктәрен үтәргә кәрәк. Оҫталарҙы эҙләйбеҙ. Йәштәр уҡыһын ине. Институтта уҡытыусылары уларҙың һорауҙарынан ялҡып бөтһөн, белемде остаздарынан һурып алһындар. Йәш саҡта белем мейегә нығыраҡ һеңә бит. Ә эштә алған ғилемеңде практик яҡтан нығытаһың. Яҙыусылар, шағирҙар кеүек, беҙ, модельер, тегеүселәр ҙә, бер-беребеҙҙе белеп, аралашып торабыҙ. Ҡалала конструкторҙар ҙа иҫәпле генә. Беҙҙең һөнәр һәр ваҡыт кәрәкле, көнүҙәк буласаҡ. Оҫта ҡуллы, егәрле йәштәр һөнәр һайлағанда ошоға ла иғтибар итһен ине.
– Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Саимә Дамир ҡыҙы! Артабан да шулай хеҙмәтегеҙҙең тәмен тойоп йәшәгеҙ, халҡыбыҙҙы ҡыуандырып тороғоҙ.