-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт эшҡыуары
10 Апрель , 11:00

Иҫәнғолда – Рух байрамы

«Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы икенсе тапҡыр Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында үтте. Ул «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгенең тәҡдиме менән ойошторола башлағайны. Ейәнсура районы хакимиәте, Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы дәррәү күтәреп алды. Был юлы ла улар баһалап бөткөһөҙ йөкмәткеле оло эш башҡарҙы.

Иҫәнғолда – Рух байрамы
Иҫәнғолда – Рух байрамы

Быйылғы конференция яҙыусы-педагогтың халыҡ тәрбиәһе нигеҙендә яҙыл­ған «Арғымаҡ» китабы һәм «Урал батыр» эпосында халыҡ тәрбиә һабаҡтарын яҡтыртҡан «Кеше булһын затығыҙ» хеҙмәтенә арналды.
Конференцияны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡатнашты. Һуңынан төрлө тарафтарҙан килгән педагогтар оҫталыҡ дәрестәре, дәрестән тыш саралар ҡараны, секция эштәрендә сығыш яһаны.
Зөлфиә ӘМИНЕВА, Учалы районы Мулдаҡай мәктәбе:
– Әллә күпме рухи байлыҡ, илһам алып ҡайттыҡ. Тап мин башҡарған юҫыҡтағы эштәр тураһында һөйләнеләр «Бураҡаева уҡыуҙары» конференцияһында. Үҙем 2-се секцияла булдым. Их, бөтәһен дә тыңлағы килә ине...
Рәйсә КҮЗБӘКОВА, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе:
– «Бураҡаева уҡыуҙары» фәнни-ғәмә­ли конференцияһы ошо гимназияның төп сараларының береһенә әйләнергә тейеш һәм унда ҡатнашыусылар был бе­лем усағында республика этнопедагогика үҙәге асырға тигән ҡарар ҡабул итте.
Конференция барышында уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр тәүҙә оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Йәш белгес Инсаф Йәмилевтең балаларға «Урал батыр» эпосын дөрөҫ өйрәтеүгә бағышланған сығышы бик фәһемле һәм файҙалы булды. Нурия Ҡунысбаеваның, Мәғәфүрә Абдуллинаның сығыштары ла уҡытыу­сыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыу­ҙырҙы. Һуңынан конференцияла ҡатнашыусылар өс секцияла эштәрен дауам итте: «Урал батыр» эпосы – тәрбиә ҡанундары тупланмаһы», «Арғымаҡ» – киләсәк быуында аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл һәм ҡот тигән изге төшөнсәләрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүсе публицистик әҫәр», «Йәйләү» профилле сменаһында бала­ларға патриотик тәрбиә биреү». Әйткәндәй, сығыш яһаусылар ентекле әҙерләнгәйне, шуға ла уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ.
Конференцияны асыу тантанаһы, балаларҙың сығышы, Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһы буйынса әҙерләнгән видеояҙма күңелдәргә яҡты нур, көс-дәрт биреп, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә ҡанатландырҙы.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА:
– Үҙ эшеңә баһа биреүе ҡыйын, әммә социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаларға күҙ һалып, конференция уңышлы үтте, тип әйтә алам. Был сараның төп ойоштороусылары: Ейәнсура районы хакимиәте, райондың мәғариф бүлеге, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге һәм, әлбиттә, бик күп ойоштороу мәсьәләләрен үҙ иңенә алған Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы коллективы. Шулай уҡ быйыл конференцияны юғары кимәлдә үткәреүҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының, Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ярҙамы ҙур булды.
Ҡатнашыусыларға таратма материалдың күп булыуы, еңеүселәргә тапшырылған бүләктәрҙең тос булыуы ла ҡыуандырҙы. Әлбиттә, был эштәр Башҡорт­остан Республикаһы Хөкүмәтенең ярҙамы менән атҡарылды. 2023 йылда ойошторолған «Бураҡаева уҡыуҙары – I» материалдарын йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарырға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙам итте. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең ярҙамы менән «Бураҡаева уҡыу­ҙары – II» конференцияһының материалдары ла баҫмаға әҙерләнә.
Шулай осрашып торайыҡ. Кәңәшле эш бер ҙә тарҡалмаҫ.

Земфира АҠБУТИНА, шағирә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ейәнсура районы, Ибрай мәктәбе.

Иҫәнғолда – Рух байрамы
Иҫәнғолда – Рух байрамы
Иҫәнғолда – Рух байрамы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: