+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өр-яңы балалар баҡсаһы

Дәүләкән ҡалаһының йәш ғаиләләр күп йәшәгән «Төньяҡ» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды.

Дәүләкән ҡалаһының йәш ғаиләләр күп йәшәгән «Төньяҡ» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул 260 урынға иҫәпләнгән. Әле 12 төркөмгә 170 ҡыҙ һәм малай юллама алған да инде. Бығаса балаларын өйҙәренән алыҫҡа йөрөтөргә мәжбүр булған атай-әсәйҙәр яҡында ғына заманса баҡса асылыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Бында бөтәһе лә матур, өр-яңы. Заманса техника менән йыһазландырылған һәм бер нисә цехҡа бүленгән аш-һыу бүлмәһе булыуы балалар баҡсаһын бүтәндәрҙән айырып тора. Әҙерләнгән ризыҡ эҫе килеш махсус лифт менән тиҙ генә таратыла. Тағы бер үҙенсәлеге: кескәйҙәрҙең һыуыҡ көндәрҙә тышта уйнап ингәндән һуң еүешләнгән аяҡ кейемдәрен киптерер өсөн махсус шкаф бар.
Дәүләкәндәге яңы балалар баҡсаһы «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект» акцияһы исемлегенә индерелгән.
Читайте нас: