+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе лицей – һәр саҡ беренсе!

«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы буйынса баш ҡалабыҙҙа тағы бер шәп белем усағы төҙөкләндерелгәндән һуң тантаналы рәүештә асылды.

«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы буйынса баш ҡалабыҙҙа тағы бер шәп белем усағы төҙөкләндерелгәндән һуң тантаналы рәүештә асылды.
Уҙған йылдың майында ремонтҡа ябыл­ғайны, хәҙер бына төҙөкләндерелгәндән һуң уны, республикалағы иң заманса белем усағы, тиҙәр. Дүрт ҡатлы корпус һалынған, элекке биш ҡатлыһы яңыртылған. Бында, «Уңайлы мөхит» программаһына ярашлы, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ике лифт та бар. Йәнә 30-ҙан ашыу иркен уҡыу бүлмәһе, процедура һәм стоматология кабинеттары булған медицина блогы, ике спорт залы, спорт майҙансыҡтары, 300-ҙән ашыу урын­лыҡ тамаша залы, ритмика һәм хореография менән шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмә, 400 урынлыҡ ашхана, китапхана… Бөтә уҡыу кабинеттары ла интерактив таҡта һәм мультимедиа проекторын үҙ эсенә алған комплекс менән йыһазландырылған.
Һуңғы нормативтар буйынса төҙөлгән был лицей – заманса мәктәп өлгөһө. Ул 775 кешегә иҫәпләнгән.
1-се лицей республикала алдын­ғы­лар­ҙан иҫәпләнә. Белем усағына 1920 йылда нигеҙ һалынған, ә 1933 йылда «өлгөлө 1-се мәктәп» тигән исем ала. Шунан бирле һынатмай.
1-се лицей, ысынлап та, бар яҡлап беренсе! Бында уҡыусылар төплө белем алып сыға һәм бөтәһе лә тиерлек юғары уҡыу йорттарына инә. Әйткәндәй, заманында танылған йырсы һәм музыкант, «ДДТ» төркөмө етәксеһе Юрий Шевчук та ошонда уҡыған икән.
Лицей уҡыусылары район, ҡала, республика олимпиадаларында һынатмай. 2010/11 уҡыу йылында белем усағы Өфө дәүләт нефть-техник университеты ме­нән хеҙмәттәшлек итә башлай. Унда юғары уҡыу йортона әҙерлек үҙәге асыла, VII – IX синыфтар өсөн киске лицей эшләй. Башланғыс синыфтарға «Альтернатив репетитор» («Альреп») программаһы бар. Уҡыусылар төрлө фәнни, ижади түңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөп, һәләттәрен үҫтерә. 2016 йылда 1-се лицей «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» конкурсының дипломын ала. Бөтә Рәсәй фес­тивал­дә­рендә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ була.
Заманса лицейҙа уҡыусылар тағы ла тырышыбыраҡ белем алыр әле.

Э. РӘШИТОВА.
Читайте нас: