+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Өс таған" фильмы Рәсәйҙә иң йыш ҡаралған фильмдар исемлегендә – 14-се урында

..."Өс таған"дың төп геройҙары дүрт малай: Айҙар, Вәзир, Ғабдулла һәм Яҡуп. "Тимур һәм уның командаһы" фильмы менән илһамланған ауыл малайҙары Кирәмәт тауы башындағы күлде табып, унда балыҡ үрсетеү һәм шул рәүешле тауҙы ҡотҡарып ҡалыу өсөн "Өс таған" отрядын ойоштора. Бейек тауға менеүе бик ауыр, ләкин отряд ағзаларының дуҫлығы, ихтыяр көсө һәм характерҙары тағы ла ҡатмарлыраҡ һынауҙарға дусар була...

Мостай Кәримдең "Өс таған" тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостан Башлығы булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Ул республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
Фильмды төшөрөүҙә "Йәнле таҫма" кинокомпанияһы һәм "Асҡарфильм" студияһы менән берлектә "Башҡортостан" киностудияһы эшләй.
Әле республика райондарында барған был мажаралы фильмды уҡыусылар яратып ҡарай. Балаларға ғына түгел, оло йәштәгеләр өсөн дә ҡыҙыҡ фильм. Күҙ йәштәрен тыя алмаған урындары ла бар. Башҡорт киноһында ошондай сифатлы тауыш, һүрәт һәм музыка булыуы бик ҡыуандыра. Әйткәндәй, гәзитебеҙ битендә оҙаҡламай фильмда уйнаған дүрт шәп малай хаҡында мәҡәлә баҫыласаҡ. Тиҙҙән белерһегеҙ, кемдәр уйнағанын...
"Өс таған" фильмы Рәсәйҙә иң йыш ҡаралған фильмдар исемлегендә - 14-се урында тора.
Читайте нас: