Ай айланым, ҡыш ҡышланым,
Йәшел ҡытат тун тышланым (шыршы, ҡарағай).
Ҡышын да, йәйен дә йәшел (шыршы, ҡарағай).
Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
Йөрөй йәшел кейем кейеп (шыршы, ҡарағай).
Мәңге тауҙа — мең йәшәр айыу (имән).
Атаһы — оло батша,
Улы — кесе батша (имән, уның сәтләүеге).
Тупай башында йәшел ҡаҙ тәпәйе (саған).
Ҡайҙа ҡаҡһаң да ҡолағын сығара (тирәк).
Ҡаты-ҡото тиһәгеҙ ҙә
Киләһегеҙ, менәһегеҙ,
Алаһығыҙ, китәһегеҙ,
Минең менән көн итәһегеҙ (йыла, ҡарама).
Аҡ кейемен кейгән,
Йәшел суғын элгән (ҡайын).
Йәшел сәсен тараған,
Хан өйөнә яраған (ҡайын).
Йәшем йәш кенә,
Сәскәм аш ҡына (йүкә).
Инәһе тулғана —
Балалары ҡул саба (уҫаҡ).
Шәпи ағай шәпкәһе
Тик торғанда шыбырлай (уҫаҡ).
Тышы һоро, эсе һары,
Тырт итә, мырт итә,
Һыу буйында көн итә (ерек).
Тәртәгә лә ярамай,
Кәртәгә лә ярамай,
Ҡырҡып ала бирәләр,
“Ярамай”ға ҡарамай (ерек).
Иҙел буйҙа Иҙелбай,
Ҡулыңа алһаң, сыйылдай (тал сыбығы).
Арлы-бирле боролған,
Башына ҡыуыш ҡоролған (өйәңке).
"Башҡорт халыҡ ижады" китабынан алынды.