Һөйәк уйындарында төп уйын ҡоралы булып һуғымға һуйылған мал тояҡтарынан алынған ашыҡ (һарыҡ, кәзә тояҡтарынан) һәм йәкәл (ат, һыйыр тояҡтарынан) һөйәктәре хеҙмәт итә.
Ашыҡ һөйәге йәкәлдән бәләкәйерәк була. Уның дүрт ятышы бар: алсы (әлсе) – ашыҡтың уйымлы ҡабырға яғы өҫтә ҡалһа, бүк (бөгә) – һөйәктең сик (сигә) ятышына ҡаршы арҡа яғы, сик (сигә) – һөйәктең бүк (бүгә) ятышына ҡаршы батынҡы яғы, төй (төйә) – ашыҡтың алсы (әлсе) ятышына ҡаршы яғы.
Алсы ятышы иң отошло яҡ булып иҫәпләнә.
Йәкәл һөйәгенең ике генә яғы була: арҡаһы өҫтә ятһа – бүк (бөгә), аҫта булһа – исаҡ (алсы). Ҡайһы бер урындарҙа уның ятыштарын «лап» һәм «лып» тип тә исемләп йөрөтәләр. Отошло яғы исаҡ (алсы) йәки лып һанала.
Һөйәк уйындары төрлө ерҙә төрлөсә уйнала һәм исемләп йөрөтөлә.
Ашыҡ
Уйын урыны. Йорт-ҡура алды, спорт залы, мәктәп майҙансығы.
Әҙерлек. Балаларҙың һәр береһендә – 10 – 20-ләп ашыҡ һәм бер һаҡа һөйәге, һаҡаны башҡа һөйәктәрҙән айырыр өсөн буяйҙар. Уйын шарты буйынса һәр уйнаусы тәүҙә уйынды ойоштороусыға 5 ашыҡ бирә. Ул йыйналған һөйәктәрҙе аралы итеп ике рәткә теҙә.
Ашыҡтар юғары сөйөлөп, уйнаусылар араһында сират билдәләнә: кемдең һөйәге алсы ятышында ята, шул беренсе, төй – икенсе, бүк – өсөнсө, сик дүртенсе була. Әгәр бер нисә баланың һөйәге бер ятышта ятһа, улар ашыҡтарын яңынан юғарыға сөйә. Кемдең һөйәге алсы ятышында, шул алда билдәләнгән урында ҡала, ә башҡалары, һөйәк ятышына ҡарап, артабанғы урындарҙы үҙ-ара бүлешә. Уйында 2 – 6 бала ҡатнаша.
Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Уйнаусылар сират менән һаҡаны метр йәки метр ярым самаһы алыҫлыҡтан ике рәткә теҙелгән ашыҡтарға төҙәп бәрә. Уйнаусының маҡсаты – күберәк ашыҡ һуғып тәгәрәтеү. Ашыҡтар тәгәрәгән хәлдә лә, уйнаусы һөйәктәрҙең алсы ятышында ятҡанын ғына ала, ә башҡаларын яңынан урынына ултырта. Ул күпме ашыҡ отһа, ашыҡтарға яңынан шунса бәрә ала. Ә инде бер һөйәк тә ота алмаһа, уйынды сираттағы иптәше дауам иттерә.
Теҙелгән һөйәктәрҙең барыһы ла отоп алынһа, уйнаусылар яңынан 5-әр ашыҡты рәткә ултырта. Уларҙы кем оттороп бөтә, шул уйындан сыға. Иң күп ашыҡ отҡан бала еңеүсе булып иҫәпләнә.
Уйындың әһәмиәте. Ҡулдарҙы сыныҡтыра, мәргәнлеккә, етеҙлеккә, сослоҡҡа һәм билдәле бер тәртипкә өйрәтә.
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВтың «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» китабынан.