1
Беҙҙең өй эсендә лә минең уҡыуым тураһында һүҙ сыҡты. Атайым:
– Йә, балам, һин ни эшләйһең?.. – тигән сөәлде бирҙе. Мин бер ҙә уйлап тормай:
– Юҡ, мин үҙебеҙҙең ауыл мәҙрәсәһенә бармайым! – тип кенә ҡуйҙым. Атайым бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– Ярай, мин үҙем дә һине бында ҡалдыраһым килмәй. Быйыл ҡала мәктәбенә барырһың, унда бөтөнләй башҡаса икән, – тине.
Минең ҡалаға китергә теләүем ахун хәҙрәткә лә барып еткән, атайымды осратып:
– Ғәлиҙе минең мәҙрәсәнән алып, ҡалаға ебәрәһегеҙ икән, минән һис бер фатиха юҡ! – тип әйткән.
2
– Мин, – тине, – үҙемдең эшемде башҡаларҙыҡы менән бутарға яратмайым. Кем эше –Кузьма эше! Шуға күрә затлыраҡ нәмә эшләгәндә, йә булмаһа, олораҡ кешеләрҙең заказын башҡарғанда, үҙемдең билдәм итеп баҡыр сөй ҡаҙаҡлап ҡуям. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр берәй нәмәне башҡа тимерселәрҙән эшләтәләр ҙә, ныҡ эшләмәгәнһең тип, миңә килтереп бирәләр. Ә мин ундайҙарҙы тиҙ тотам. Килтер әле, мин әйтәм, баҡыр сөйө бармы? Юҡ, улай булһа, эшләткән мастерыңа бар, был минең эш түгел!
3
– Әсәй, бына күрәһеңме, мин инде пионерка булдым, шуға бына галстук бирҙеләр. Өмөтбикә лә пионерка булып яҙылды, уға ла галстук таҡтылар. Унан һуң оҙаҡламай 8 Март байрамын үткәрәбеҙ. Ул – ҡатын-ҡыҙҙар байрамы, әсәй, һин дә барырһың беҙгә. Уҡытыусы һөйләне. Байрамда клубта спектакль ҡуябыҙ, декламация һөйләйбеҙ, бар, йәме, әсәй!