Уйындың аңлатмаһы һәм ҡағиҙәләре. Туп һуғыусы яҡтың бер уйнаусыһы тупты һул ҡулына ала,уны юғары сөйөп, уң ҡулы менән алыҫҡа һуғып ебәрә лә туп артынан урау һыҙыҡҡа йүгерә. Урау һыҙыҡ артында торған көтөүселәр тупты тота һалып, уны кире һуғыу һыҙығына ҡарай бәрә. Туп артынан йүгергән бала туптан алда урау һыҙыҡтан кире һуғыу һыҙығына ҡайтып етергә тырыша. Туптан алда урап килһә, ул тағы туп һуғырға хоҡуҡ ала һәм сиратҡа баҫа. Ә инде туп унан алда һуғыу һыҙығына осоп етһә, йүгереүсе ҡайһы ергә барып еткән, шунда ҡала. Сираттағы уйнаусы тупты һуға ла урау һыҙығына йүгерә. Туп һуғыусыларҙың барыһы ла урау менән урта һыҙыҡтар араһында тороп ҡалһа, улар «ҡыл күпер»ҙә ҡалған булып иҫәпләнә. Уларҙы, урау менән урта һыҙыҡтар араһына яңы һыҙыҡ һыҙып,«ҡыл күпер»гә теҙәләр. Көтөүселәрҙең башлығы йә бер мәргәнерәге тупты ҡулына ала ла өскә тиклем һанай. Шул мәлдә «ҡыл күпер»ҙә торғандарҙың береһе йәки ике-өсө, уңға-һулға тайпылып, алға йүгереп сығып китә, ә теге көтөүсе тупты ҡасҡан баланың береһенә тоҫҡап бәрә. Туп уйнаусыға тейһә, яҡтар урындарын алмаштыра; теймәһә – һәр яҡ элеккесә үҙ урынында ҡала һәм уйын яңынан башлана.
Уйындың әһәмиәте. Етеҙлекте, йылғырлыҡты камиллаштыра, ҡулдың мәргәнлеген арттыра; үҙ көсөңә ышаныу тойғоһон тәрбиәләй.
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВтың «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» китабынан.