Бының өсөн күп нәмә лә талап ителмәй. Ни бары бер усҡа һыйырлыҡ 10 – 15 бөртөк ваҡ таш ҡына йыйып алырға кәрәк (уйын ҡырҡташ тип аталһа ла, 40 ташты бер усҡа һыйҙырыу мөмкин түгел тип әйтерлек). Ундай шыма, матур таштар, ғәҙәттә, йылға буйында була. Һаҡмар, Таналыҡ, Йылайыр, Һүрәм, Һәләүек, Дим, Йүрүҙән һәм башҡа күп йылғаларыбыҙ уларға бай. Уйын барышында йыйып алған таштар башҡалар менән буталмаһын өсөн берәй ташһыҙыраҡ, тигеҙ урынға ултырып уйнау яҡшы.
Иң тәүҙә, шул таштар араһынан төҫө йә формаһы буйынса айырылып торған береһен (ҙурырағын) һайлап алып, уны «ат» тип атайбыҙ. Шунан инде шыбаға тотошоп, уйынды башлаусыны аныҡлайбыҙ һәм ул башлап ебәрә.
Бер усына әлеге таштарҙы «ат» менән бергә алып, ҡапыл ғына һауаға (яҡынса 10 – 15 сантиметр бейеклеккә) сойорғотоп ебәрә лә шул уҡ усының һыртын ҡуйып, кире төшөп килгәндә уларҙы тотоп ҡалырға тырыша уйынсы. Әлбиттә, ус һыртында бер нисәһе генә тороп ҡала.
1. Әгәр һыртҡа төшкән таштар араһында әлеге «ат» булмай сыҡһа, уйынсы, шул килеш кенә ҡабаттан һикертеп, «ябай» таштарҙы усы менән тулыһынса тотоп алырға тейеш. Тота алған уйынсы уйынды артабан дауам итә. Әммә, шул саҡ бер генә ташы ергә төшкән хәлдә лә, уйын киләһе кешегә күсә. Тулыһынса тотоп алған ташын һәр кем үҙенең янына йыйып бара.
2. Әгәр ҙә ҡул һыртына төшкән таштар араһында әлеге «ат» булһа, һикертеп, кире усҡа тотҡан мәлдә аттың тик үҙен генә тотоп алырға тейешһең (ана шул урыны – уйындың иң ҡыҙыҡ мәле, сөнки һикертелгән бер нисә таш араһынан атты айырып тотоп алыуы еңел эш түгел; йышыраҡ уйнаған балалар, ныҡ ҡына таһылланып, оҫтарып та китә ул).
Аттың үҙен айырып тота алмаһа, уйын киләһе кешегә күсә. Ә инде атты тотһа, шунда уҡ еңеүсе тип иғлан ителә һәм уйын ҡабаттан башлана. Уйнаған һайын аҙая барған таштар араһында «ат»ты тотоуы ла еңелләшә, әлбиттә. Һәр хәлдә, уйын кемдер «ат»ты тотоп алғанса бара инде.
Әйткәндәй, уйынсылар араһында 6 – 7 йәштәрҙәге бәләкәйерәктәр булһа, уларға бер аҙ ғына «ташлама» ҡулланыу ҙа кәңәш ителә (уларҙы уйындан дүндермәҫкә шулай итә инек). Мәҫәлән, кескәйҙәргә таштарҙы ҡуш услап һикертеп йәки ике устың һырты менән тоторға рөхсәт итеү… Уйынды, әлбиттә, балаларға (башта улар менән бергә бер аҙ ғына уйнап алып) берәй оло кеше өйрәтергә тейеш.
Ғәҙәттә, йыш уйнаған таштар шымарып, матурланып та китә, күптәр уларҙы үҙе менән кеҫәһендә лә йөрөтә, йә берәй билдәле урынға һалып ҡуя торғайны. Ғәйәт мауыҡтырғыс был уйын һәр төрлө телефон уйындарын да онотторор, тип ышанам.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.