-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәнәфес
2 Октябрь , 18:30

Кәнсир һауыт менән

Көндәр әле әллә ни ҡыҫҡармаған осор, дәрестәрҙе әҙерләп бөткәс, смартфон экрандарынан баштарҙы ял иттереп алырға тағы бер урам уйыны тәҡдим итәм.

Кәнсир һауыт менән
Кәнсир һауыт менән

Беҙ бала саҡта, бер нисә малай йыйылышып, бөтә донъябыҙҙы онотоп тигәндәй «кәнсир» уйнай тор­ғайныҡ. Бик ябай уйын, әммә ифрат та күңелле. Уның өсөн бер бушаған майонез һауыты кәрәк (беҙ элек ҡалай һауыт ҡуллана инек). Эсенә ун биш-егермеләп ҡыҫҡа ғына таяҡ (билдәле булһын өсөн яҡынса ҡәләм ҙурлығы таяҡтарҙы алдан юнып, әҙерләп алыу хәйерле) тултырып, кирбес өҫтөнә һалынған бер таҡта башына ҡуяһың. Әлбиттә, унда нисә таяҡ ятҡанын һәр уйынсы белергә тейеш.
Башта уйынсылар һанашып, «көтөүсе»не билдәләп ала. Аранан берәү әлеге кәнсир ултырған таҡтаның икенсе башына кинәт кенә баҫа. Һауыт һикереп, эсендәге таяҡтар ергә сәселә. «Көтөүсе» уларҙы ерҙән теүәл генә итеп ҡабаттан йыйып, урынына ултыртырға тейеш. Ә ул таяҡтарҙы йыйған арала башҡалар төрлөһө төрлө урынға йәшенеп өлгөрә.
Хәҙер «көтөүсе»нең бик көсөргәнешле «эше» башлана. Ул йәшенгән иптәштәрен эҙләй башлай. Кемеһен генә күрһә лә, уның исемен ҡысҡырып әйтеп (мәҫәлән, «Сабир!» тип), унан алда йән-фарман йүгереп килеп, әлеге һауытҡа ҡулы менән ҡағылып: «Туҡ!» – тип әйтергә тейеш. Теге табылған уйынсы ваҡытлыса уйындан сығып тора.
«Көтөүсе» йәшенгәндәрҙе эҙләгән ваҡытта уйынсыларҙың кемеһелер йүгереп килеп, кәнсирҙе ҡабаттан түгеп ҡаса ала (өлгөрһә инде). Шуға күрә көтөүсенән ныҡ ҡына иғтибарлыҡ, етеҙлек тә талап ителә. Ул кәнсирен дә һаҡлап, әлеге таҡтаһы тирәһенән дә алыҫҡа китмәй, шул уҡ ваҡытта иптәштәрен дә бер-бер артлы табып бөтөргә тейеш. Уны бушҡа көтөүсе тип атамағандарҙыр: ситтән ҡарағанда, кәнсирҙе һаҡлап йөрөгән уйынсы, ысынлап та, малы ҡасып китмәһен, тип ҡарауыллап йөрөгән кешене хәтерләтә.
Барыһын да табып бөткәс, иң тәүҙә табылған кеше көтөүсе булып ҡала һәм уйын артабан дауам итә.
Уйын алдынан буласаҡ «көтөүсе»не аныҡлар өсөн беҙ түңәрәккә тороп, түбәндәгесә һанаша торғайныҡ. Һәр беребеҙгә бармаҡ менән төртөп, ошо һанашмаҡтың берәр ижеген әйтәбеҙ:
– Бер ба-бай юл-ға сыҡ-ҡан.
Тә-гәр-мә-се ва-тыл-ған.
Тә-гәр-мә-сен йү-нә-тер-гә
Ни-сә сөй кә-рәк бул-ған?
Кемгә иң һуңғы «булған» һүҙе эләгә, шул кеше берәй ҙур булмаған бер йә ике урынлы һан әйтә. Мәҫәлән, «11». Шул кешенән башлап, тағы әлеге һанға еткәнсе (1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10, 11) һанайҙар ҙа, кемгә һан тап килә, шул көтөүсе булып ҡала.
Был уйында ла, арала кескәйҙәр булһа, уларға ташлама яһау, әлбиттә, кәрәк, тип һанайым. Беҙ бала саҡта бәләкәсерәк малай көтөүсе булып ҡалһа, әллә ни ныҡ та йәшенмәҫкә, уның кәнсирендәге таяҡты ла түңкәреп ҡасмаҫҡа тырыша инек. Шулай уҡ әгәр беребеҙҙе таба икән, уға кәнсиргә барып етеп: «Туҡ!» – тип әйтергә форсат бирә торғайныҡ. Ошо уйынды ла балаларға берәй олораҡ кеше өйрәтеүе зарур. Шунһыҙ бәләкәс үпкәләп ҡайтып китеүе лә бар…
Күңелле ял һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар, тик уйын менән мауығып, өйгә эштәрегеҙҙе онотоп ҡуймағыҙ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: