Тыуған ерем уяна! Һалҡын ҡыштан, әсе бурандан ҡасып, мамыҡтай йомшаҡ ҡар юрғанына төрөнгән тәбиғәт йәшеллеккә көндән-көн нығыраҡ күмелә. Ҡояш апай ҡышҡы һиллектән арынып, йылы нурҙары менән Ер-әсәне боҙҙан арындыра, сөм-ҡара тупраҡҡа йән өрә. Оҙон йоҡоға талған йәнлек-бөжәктәр ҙә йылылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла. Һәр йән эйәһе киләсәккә өмөт менән баға. Шатлыҡҡа һыуһаған күңел яҙға быйыл нығыраҡ ҡыуанғандай. Көҙ, ҡыш айҙарында йөрәк әрнеүҙән туҡтаманы, сөнки ғәзиз Еремә – көслө Рәсәйемә – афәт килде. Күңелдәрҙе тетрәтеп, «ҡара аждаһа» ялҡынлы утын сәсте. Ярты йыл эсендә генә алыш күпме йәш ғүмерҙе өҙҙө. Күпме әсә – балаһын, ул-ҡыҙҙар – атаһын, кәләштәр һөйгәнен ер ҡуйынына һалды. Йөрәктәргә төҙәлмәҫ яралар, йөҙҙәргә уңалмаҫ һырҙар төштө... Ә ҡасан туҡтар ул?.. Ватаны өсөн йән-тәнен аямай һуғышҡан Салауатҡа тиң егеттәребеҙ ҡасан әйләнеп ҡайтыр?
Һәр кеше күңеленә төшкән ошо һорауҙарға яуап эҙләп, борсола-борсола һауыт-һаба йыуғанда әсәйемдең тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе:
– Ҡыҙым, йәһәтерәк эшегеҙҙе тамамлағыҙ. Күрше олатайға аят күстәнәстәре индереп бирәйек. Бишбармаҡ та әҙерләп ҡуйҙым.
Беҙ ғаиләбеҙ менән туғандарыбыҙҙы саҡырып, Ҡөрьән ашын ашатып, әруахтарға аяттар бағышлағайныҡ. Ауылыбыҙ халҡы дуҫ йәшәй: күмәкләп ураҙа тота, бер-береһен ифтарға саҡырып, доға ҡыла, аяттарға йөрөшә. Һәр табында махсус хәрби операцияның тиҙерәк еңеү менән бөтөүен теләйҙәр, унда ҡатнашҡан яҡташ ир-егеттәргә ҡорбан салдыралар.
Беҙҙең Ҡаратал ауылынан да әле барған хәрби операцияла өс ағайым ҡатнаша: Рөстәм Фәйзрәхмән улы Мырҙабулатов, Мөнир Миңдәүләт улы Ниғәмәтов, Заһир Нәзир улы Ҡасҡынов. Бөгөнгө һүҙем – күршем Заһир ағай хаҡында. Әсәйем һөйләүе буйынса, бәләкәй саҡтан тырыш булған ул. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙан бер ҙә ситтә ҡалмаған. Заһир ағай эшкә лә бик әрһеҙ. Яҙлы-көҙлө ауыл янындағы өмәләрҙә гел ҡатнашып торҙо. Спорт менән дуҫ булғанлыҡтан, көслө, мыҡты кәүҙәле үҙе. Өҫтәл теннисы, волейбол, футбол ярыштарында алдынғылыҡты бирмәне. Уҡыу йылдарында шуҡ, шаян егет уҡытыусыларҙың һәр һүҙен тыңланы, синыфташтары менән дуҫ булды. Ҡаратал мәктәбен тамамлап, Баймаҡ ҡалаһында тракторсы һөнәрен үҙләштерҙе. Был уҡыу йортонда ла педагогтар Заһир ағайҙы тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Уның шул тиклем изге күңелле, ярҙамсыл булыуы тәрбиәселәренең күңеленә уйылып ҡалған. Мин дә Заһир ағайҙың гел йылмайып йөрөүен, беҙҙән хәлдәрҙе һорашып тороуын, яйын табып мәрәкәләп алыуын иҫкә төшөрөп алам.
Һалҡын көҙ көнө күрше Заһир ағайымды махсус хәрби операцияға оҙатырға ауылдың йәше-ҡарты йыйылды. Уҡытыусылары, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары ихлас йөрәктән имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне. Ағинәйҙәр юл доғаһын уҡыны. Халыҡ, йылы һүҙҙәренә ҡушып, аҡсаһын, башҡа кәрәк-ярағын бирҙе...
– Нәзир олатай, ғәфү итегеҙ инде. Һуң булһа ла килдек. Һеҙгә, ейәнсәрегеҙгә тәмлекәстәр, йылы аш килтерҙек. Тәмләп ашап алығыҙ, – тине әсәйем.
– Ҡартатай, кем килде, кем менән һөйләшәһең, – тип тәтелдәп Нурыя ейәнсәре йүгереп килеп сыҡты. Өҫтәлдә ултырған һыйҙы күреп, ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты:
– Ҡартатай, Заһир ағайымдың яратҡан кәнфите лә бар икән, уны мин һаҡлап һалып ҡуям, ҡайтҡас та бирермен үҙенә, – тине лә шкафтың бер мөйөшөндә ултырған һауытына һалып та ҡуйҙы (унда бик күп кенә ирис кәнфиттәре йыйылған ине).
– Нурыя ҡыҙым, шулайтырһың-шулайтырһың, имен генә ҡайтһын ағайың, – тип күҙенә йәш алды Нәзир олатай, тик бер кемгә лә күрһәтмәҫ өсөн ситкә ҡарарға тырышты. – Күршеләрем, ҡайһылай һәйбәт иткәнһегеҙ... Улымдан ике-өс аҙна хәбәр килмәгәнлектән, ҡулыма эш барманы, аш йүнәтергә лә күңелем төшмәй торҙо бит (олатайҙың әбейе, Алһыу инәй, күптән түгел генә гүр эйәһе булып ҡалғайны). Аллаға шөкөр, бәйләнешкә сыҡты. Барыһы ла яҡшы икән. Миңә ни, атай кешегә, күп тә кәрәкмәй, балаларым һау булып, хәлдәрен һөйләп торһа, шул еткән. Балаларым, ейәнсәрем өсөн бирешмәҫкә тырышам. Заһир улымдың дошманды еңеп, тыуған тупһаһына ҡайтыуын көтәм. Бер ниндәй ҙә миҙалдары, бер ниндәй ҙә аҡсалары кәрәкмәй, тик имен генә ҡайтһын төпсөгөм. Йәшәп тә өлгөрмәне бит әле. Йәп-йәш көйө күпме һәләк булалар. Илебеҙҙе, еребеҙҙе дошмандан тапатмау – егет кешенең изге бурысы. Заһир улым да үҙ теләге менән юлланды ошо һуғышҡа. Их-х-х, йәш үтеп ҡалды, мин дә һис шикһеҙ «ҡара йыланды» дөмөктөрөргә барыр инем. Кем алһын бабайҙы... – тип әсенеп һөйләп алды олатай. – Минең Заһирым бер ҡасан да һынатманы, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Бөгөн дә үҙен аямай көрәшә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике миҙал менән бүләкләнде. Тимәк, тәрбиәм, тырышлығым бушҡа булмаған. Донъялар ғына тынысланып китһен, балаларыбыҙ ғаиләләренә ҡайтып, бәхетле ул-ҡыҙҙар үҫтерһен ине...
Йөрәктәргә үтерлек әсе ел һыҙғыра. Төн шундай ҡараңғы, айҙы ла, йондоҙҙарҙы ла ҡара болот ҡаплаған. Ә шулай ҙа ҡара болоттар таралырына, ай менән йондоҙҙар бер-береһе менән шаярышып серләшеренә ышанам! Яҙ тәбиғәткә генә түгел, беҙҙең күңелдәргә лә бәхет-шатлыҡ алып килер! Ышанам: Тыуған илем өсөн, беҙҙең тыныслыҡ өсөн хәрби хеҙмәткә киткән ҡыйыу егеттәребеҙ иҫән ҡайтыр! Ышанам: Бөйөк Рәсәйемә, сал Уралыма еңеү килер!
Аҡйондоҙ КҮСӘРБАЕВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ҡаратал мәктәбе.