+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
20 Ноябрь 2020, 12:50

Беҙҙә күрше өлкәләрҙән дә уҡыйҙар

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназия – республика әһәмиәтендәге музыкаль уҡыу йорто. Беҙҙә Башҡортостандың район, ҡалаларынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә балалар белем ала. Бигерәк тә Силәбенән килеп уҡыусылар күп.


Гимназияның ҙур һәм татыу коллективында 70-тән ашыу юғары һәм беренсе категориялы педагогик хеҙмәткәр, музыка белгесе эшләй. Уҡыу кабинеттары заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Бөтә фәндәр буйынса ла уҡыусыларыбыҙ олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Әлеге көндә беҙҙә 300-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Республикабыҙҙан ғына түгел, Силәбе, Төмән өлкәләренән, хатта Украинанан да барҙар. Бөтәһе лә татыу бер ғаилә булып, гимназия тормошо менән ҡайнап йәшәй.

Беҙҙә күрше Силәбе өлкәһенең Усть-Катав, Магнитогорск, Мейәс ҡалаларынан, Красноар­мейск, Арғаяш, Сосновка райондарынан бөтәһе 18 бала белем ала. Күрше төбәктән булһалар ҙа, күптәре башҡорт телен яҡшы белә, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихын ҙур теләк менән өйрәнә.

Ниндәй шарттар Башҡортос­танға уҡырға килергә сәбәпсе булды? Бында уҡыу оҡшаймы? Ниндәй уй-хыялдар менән килдегеҙ? Яңы тормошҡа яраҡлашып китеүе ауыр булдымы? Шундай һорауҙар менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән уҡыусылар­ға мөрәжәғәт иттек.

Карина ХИСАМОВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы, Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан:

– Бында беҙҙең өлкәнән күп уҡыйҙар, шуға һайланым да инде. Әсәйемдең мине бишенсе синыфтан уҡ ебәрергә уйы бар ине. Бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо бул­ғанға был теләгем кисектерелә килде. Хәҙер мин икенсе йыл белем алам, рәхәтләнеп баш­ҡорт телен өйрәнәм. Тыуған яғымды бик һағынһам да, түҙәм.

Владислав ШМЫРЮК,VI «Б» синыфы уҡыусыһы, Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Варта ҡалаһынан:

– Гимназия тураһында ҡасандыр ошо белем усағында химия уҡытыусыһы булып эшләгән өләсәйемдән белдек. Элек музыка менән шөғөлләнмәгәс, тәүҙә ауырға тура килде. Бында төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм, үҙемде музыкаль яҡтан үҫтерәм. Икенсе йыл белем алам, уҡырға инеүемә бер ҙә үкенмәйем.

Әлфинур ВӘЛИЕВА, V «А» синыфы уҡыусыһы, Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан:

– Гимназияла апайым уҡый, шуға мин дә бында килдем. Ауыр булһа ла, белем алыу теләге көслө, бик ҡыйын саҡтарҙа апайым ярҙамға килә. Уҡыуҙан буш ваҡытымда бейергә яратам.

– Мин бында бишенсе синыфтан белем алам. Музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнгем килде, шуға ла уҡырға индем. Ошондай гимназия барлығы хаҡында апайымдарҙан белдем. Бында уҡыу оҡшай. Башта тыуған йорттан сығып китеүе ауыр булды, әлбиттә. Яңы мөхиткә уҡытыусылар, тәрбиәсем ярҙамында бик тиҙ өйрәнеп киттем. Алла бойорһа, киләсәктә агроном булырға хыялланам.

Украинанан беҙҙең яҡтарға йәшәргә ҡайтып, әлеге мәлдә беҙҙә уҡып йөрөгән VIII синыф уҡыусылары, апалы-һеңлеле Елизавета һәм Мария Волохтар­ға ла яңы урынға, икенсе мөхит­кә өйрәнеп китеүе еңелдән булманы. Шуға ҡарамаҫтан, улар тырышып белем ала, башҡорт телен өйрәнә, музыка серҙәренә төшөнә.

Мария ВОЛОХ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы:

– Беҙ ғаиләбеҙ менән уҙған йыл Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Музыка менән шөғөлләнеү Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназияға килтерҙе. Башҡортостанда беҙгә оҡшай, бында ярҙамсыл, изге күңелле халыҡ йәшәй. Гимназияла үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереүгә шарттар булдырылған. Бында уҡыуыма бик шатмын.

Бына шундай талантлы, уңған балалар уҡый беҙҙә. Сит яҡтар­ҙан килеп, ата-әсәһенән алыҫта йәшәп, ҙур тормошҡа яҡты уй­ҙар, изге хыялдар ҡороусы уҡыу­сылар барлығы ҡыуандыра. Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, улар үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫтерә, теләгән һөнәрҙәрен үҙләштереү өҫтөндә эшләй. Күптәре баш­ҡорт телен, әҙәбиәтен теләп өйрәнә.


Гүзәл ХОҘАЙБИРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: