+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
18 Декабрь 2020, 12:58

Ҡаҙаныштарыбыҙ күп булды

Әлеге 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип тәҡдим ителеүен республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров хуплап, ҡул ҡуйғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, был яңылыҡты сикһеҙ ҡыуанып ҡабул иттем.

Ни өсөн тигәндә, туған телебеҙ – әсә телен үҫтереүҙә күп ыңғай үҙгәрештәр булыр, тип уйланым һәм һис тә генә яңылышманым. Интернет киңлектәрендә ғәзиз башҡорт телебеҙгә арналған күпме матур-матур конкурстар үтте: тасуири итеп шиғыр һөйләүме, үҙеңдең ижадҡа маһирлығыңды күр­һәтеүме, башҡорт яҙыу­сылары һәм шағирҙарының китаптары менән таныштырып, видеояҙмалар әҙерләүме, фотоконкурстар һәм һүрәт төшөрөүме, әҙәби уҡыуҙар һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһауҙармы – улар иҫәпһеҙ күп булды, ваҡыт табып, ҡатнашып ҡына өлгөр.

Мин үҙем Рауил мәктәбендә бик күп йылдар инде «Йәнтөйәк» әҙәби түңәрәген етәкләйем, шуға ла бында шөғөлләнеүсе уҡыусыларымды күберәк ижади йүнәлештәге бәйгеләрҙә ҡатнаштырырға өгөтләйем. Әйткәндәй, быйылғы иҫтәлекле Башҡорт теле йылында байтаҡ ҡына еңеүҙәребеҙ ҙә булды. Мәҫәлән, районыбыҙҙың Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге «Йәйғор» әҙәби берекмәһе ойошторған «Йәш ҡәләм оҫталары» конкурсында етенсенән Резеда Хәсәнова, һигеҙенсенән Иҙел Ғәлиуллин призлы урын яулаһа, туғыҙынсы синыфтан Руслан Юнысбаев Гран-при алып ҡыуандырҙы. Өфө ҡалаһында үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара бәйгеһендә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әкиәттәр ижад итеп, Руслан Юнысбаев өсөнсө урынға сыҡты, ә Иҙел Ғәлиуллин номинацияла билдәләнде. Шулай уҡ Таңсулпан Ғарипова призына ойошторолған ижади ярышта ҡатнашып, етенсенән Лилиә Мәхмүтова, Резеда Хәсәнова, Гөлнәзирә Рәхмәтуллина, һигеҙенсенән Алина Камалова, Иҙел Ғәлиуллин, туғы­ҙынсынан Анжела Бугрова, Руслан Юнысбаевтарға мәғариф министрлығының сертификаттары бирелде. Район кимәлендә үткән «Республикама дан йырлайым» иншалар конкурсында V синыф уҡыусыһы Эльза Хәсәнова – II урын, синыфташы Амелия Уйылданова һәм VII синыф уҡыусыһы Гөлнәзирә Рәхмәтуллина «Әүҙем ҡатнашыу­сы» сертификаттарын алыуға өлгәште. Анжела Бугрованың «Бабич вариҫтары» конкурсында икенсе урын яулауы бигерәк тә һөйөнөслө яңылыҡ булды. Бынан тыш, һигеҙенсенән Айзилә Рәхмәтуллина – топонимика буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла, Руслан Юнысбаев Зәйнәб Биишева уҡыу­ҙарында ҡатнашты.

Ә бит әле еңеүҙәрен һанап үткән уҡыусыларымдың барыһы ла «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡый, үҙҙәре лә яҙышып тора. Был уларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә ярҙам итә. Бигерәк тә мәҡәлә, шиғыр һәм инша-изложениелар яҙғанда балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһының файҙаһы бик ҙур.

Мин үҙем дә гәзиткә яҙылмайынса ҡалмайым: ундағы мәғлүмәтте йыш ҡына дәрестәремдә файҙаланам.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе.
Яратам


үҙ телемде

Мин башҡортса һөйләшәмен,

Яратам үҙ телемде!

Бай, яғымлы матур телдә

Алам күпме белемде!

«Башҡорт теле кәрәкле!» – тип

Башҡаларға өндәшәм.

Үҙ телемде хөрмәт итеп,

Тик башҡортса һөйләшәм.

Резеда ХӘСӘНОВА,

VII синыф уҡыусыһы.

Урыҫ ҡыҙы

булһам да мин
Үҙҙәре башҡорт булһа ла,

Башҡорт телен белмәйҙәр.

«Мама», «папа» тип һөйләйҙәр,

Үҙ телен өйрәнмәйҙәр.


«Атай», «әсәй» тип өйөмдә

Һәр ваҡытта өндәшәм.

Урыҫ ҡыҙы булһам да мин,

Саф башҡортса һөйләшәм.

Анжела БУГРОВА,

IX синыф уҡыусыһы.
Ғорурланып йәшәйем


Башҡорт телен бүләк иткән

Мин тыуғас та әсәйем.

Үҙ туған телем менән мин

Ғорурланып йәшәйем.
Дәүләт теле
Башҡорт теле – дәүләт теле

Башҡортостан илемдең.

Өйрәнәм мин мәктәбемдә

Ғәзиз әсә телемде.

Башҡорт телендә һөйләшеп,

Үткәрәм һәр көнөмдө.

Яратам мин бигерәк тә

Матур туған телемде.

Руслан ЮНЫСБАЕВ,

IX синыф уҡыусыһы.
Читайте нас: