+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
25 Декабрь 2020, 13:00

Интернатта нығый пар ҡанат

Күп күренекле шәхестәр тәр­биәләп үҫтергән Сибай интернат-гимназияһы 1961 йылда үҙ ишектәрен аса. 1972 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп 10 йыллыҡҡа әүерелә, 1991 йылда 11 йыллыҡ итеп үҙгәртелә.


Юғары үрҙәргә өлгәшкән сығарылыш синыф уҡыусылары менән дә хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Беҙҙең гимназияны Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, республикала ҙур танылыу яулап өлгөргән йырсылар Бибисара Азаматова, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатовтар, химия фәндәре докторы, профессор Әхәт Мос­тафин, авиация подполковнигы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Кәрим Кәшәфетдинов, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтовтар тамамлаған.

Әле беҙҙә Урал аръяғының Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән райондарынан һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын бойомға ашырыу маҡсатында күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән барлығы 300-гә яҡын бала белем һәм тәрбиә ала. Интернат-гимназияны тамамлағандар Өфө, Сибай, Магнитогорск, Силәбе, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларындағы уҡыу йорттарында уҡыу­ҙарын дауам итә.

Бына шулай беҙҙең гимназия үҙененең 60 йыллыҡ юбилейын матур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.

Донъяны һүҙ биҙәр

Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе, мәҫәлән, Әлфирә Сәғитова-Сынбулатова, Фәтих Мулләхмәтов, Гөлдәр Ишйәрова, Нурия Фәтхуллина, Салауат Заманов, Сәлиә Мөхәмәтғәлина, Гөлниса Сафиналар радио-телевидение журналис­тары булып китте. Гөлдәниә Һағынбаева, Гөлшат Исхаҡовалар Мостай Кәрим грантын алды. Гөлдәниә Һағынбаева, Сөмбөл Ыласынова, Лиана Сәғитовалар «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрселәре булып шатланды.

Тос фекерле, үткер ҡәләмле, сәмле ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәрен төрлө ижад бәйгеләрендә лә һынап ҡарай. Әҙәби түңәрәктә шөғөлләнеүселәр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты мәғариф министрлығы менән берлектә ойошторған йәш ижадсыларҙың «Илһам» конкурсында, «Баҫҡыстар» халыҡ-ара, Тансулпан Ғарипова призына республика бәйгеләрендә еңеүҙәр яулап тора.

Һөнәрлеләр күрһәтә һөнәрҙәрен

Интернат-гимназияла уҡыу­сыларға сәхнәлә үҙен нисек тоторға, ролдәрҙе башҡар­ғанда нисегерәк образға инергә, йәғни артист шөғөлөнә тәүҙә ҡурсаҡ түңәрәге етәксеһе Зөһрә Фәйзуллина өйрәтһә, аҙаҡ был эште баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы Минъямал Әшрәф ҡыҙы Әхмәтова дауам итә. Ә «Мираҫ» театр түңәрәген беренсе булып өлкән вожатый Гөлсинә Үҙәнбаева етәкләй, әле Гөлдәр Маликова коллектив менән уңышлы эшләп килә. Йәш актёрҙар «Йондоҙло юл» ҡала конкурс-фестивалендә Сәр­үәр Суринаның халыҡ ижадына таянып яҙыл­ған «Алтын балта» әкиәте менән уңышлы сығыш яһап, беренсе урын яулаһа, шул уҡ авторҙың Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижады буйынса яҙылған «Сың­рау торна ҡаурыйы» исемле драматик композицияһы менән өсөнсө урынға өлгәштеләр.

Үҙебеҙ – «Кендек», һәр ярыштабеҙ еңдек
Белем усағыбыҙҙың КВН командаһы 2007 йылда ойошторолғайны. Улар үҙҙәренә «Кендек» исемен һайлай. Тәүге йылдары Гөлназ Ҡаҙаҡбаева, Илнур Теләүкәевтәр оҫта ойоштороусылар булһа, улар­ҙың дәртле башланғысын Фәнзил Мулләхмәтов, Ғамир Нарбутин, Руслан Ғәлиевтәр кеүек шаян һүҙле, етеҙ, уй-хыялға бай шуҡ егеттәр дауам итә. Әле команданы Дим Илшат улы Ғүмәров етәкләй.

«Кендек»тәр Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҙғарылған КВН уйындарында еңеүҙәргә ирешеп ҡайтты.

Дәртле дарманын табыр
Олатаһы Ғабдулла хәҙрәттең «Ҡумыҙ уйнап, ҡәүемдәр­ҙең күңелен күрегеҙ» тигән һүҙҙәрен балаларға еткереп, ҡалабыҙҙа дан яулаған «Яугел» ҡумыҙсылар ансамбленең етәксеһе Дилара Рафиҡова балаларға ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Интернат-гимназия ҡумыҙсылары – Нургиз Шаһивәлиев, Денис Яхин, Гөлиә Илбулова, Гөлнәзирә Миҙәтова, Рушан Илбулов, Илмира Илназарова, Яҙгөл Ғәйетҡоловалар конкурстарҙа ла гелән беренселекте яулап тора.

Егеттәребеҙ Илмир Нәҙер­ғолов етәкләгән ҡурай тү­ңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Ә Ғәзинур Нәҙерғолов, Салауат Яныбаев, Илгиз Ҡолһарин, Ғаяз Бикбулатов, Зәки Сың­ғыҙовтар ҡурай бәйгеләрендә лә һынатмай, һәр байрамдың биҙәге лә улар.

Фәнүзә Мөхәмәтйәнова етәкләгән «Салтанат» өлгөлө бейеү ансамбле республика фестиваль-конкурсында «Ҡар һыуы», «Башҡорт казактары» бейеүҙәре менән – III, «Еҙ үксә» бишенсе республика конкурс-фестиваленең муниципаль этабында I урындарға лайыҡ була. Ә Денис Әхмәтов Ҡурған ҡалаһында үткән халыҡ-ара «Таланттар планетаһы» конкурс-фестивалендә «Ҡурайға мәдхиә», «Эх, күңелле йәш саҡтар» һәм «Игзаков» бейеүҙәре менән II урын ала.

Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: интернат-гимназиябыҙ директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова тарафынан был ансамбль һәм башҡа түңәрәктәр өсөн дә бөтә мөмкинлектәр булдырылды. Сағыу костюмдар тектерелде.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт аҡыл

Йола тотҡан – хур булмаҫ
Гимназияла йолалар һаҡлау, тергеҙеү буйынса «Әүлиә» фольклор түңәрәге эшләп килә. «Аҡмулла вариҫтары», Хәйбулла, Миәкә, Бөрйән райондарында уҙған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса республика бәйгеләрендә минең һәм Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы Ҡарасованың уҡыусылары ҙур еңеүҙәр яуланы. Ҡалабыҙҙа күрһәтелгән «Аҡһаҡал аманаты», «Һыу буйында» йолалары – Гран-при, «Ҡунаҡ ҡаршылау», «Белемлелек арыҫландай көслө…» тигәндәре I урындарға лайыҡ булды.

Һөнәре бар – күккә осор
Беҙҙең гимназияла Айҙар Рәжәп улы Йәнышев етәкләгән фәнни эштәр төркөмө лә төрлө конференцияларҙан приз­лы урындар алып ҡайта. Улар «Биишева уҡыуҙары», «Мос­тай уҡыуҙары», «Бикбай уҡыуҙары», «Ғарипов уҡыуҙа­ры», «Вәлиди уҡыуҙа­ры»нда ла һынатмай. Айгизә Әбдисова, Гөлдәр Ишйәрова, Айгүзәл Зианбаевалар Бәләкәй Фәндәр академияһында, Бөтә Рәсәй кимәлендәге конферен­цияларҙа уңыштар яуланы.

Гимназиябыҙҙа өс йүнәлештә әүҙем эш алып барылыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Нурия Туйсина етәкләгән «Ирекмәндәр» мәрхәмәтле эштәре менән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Данил Рәшит улы Әбделғазин­дың «Толпар» студияһы, Фәрит Биктимер улы Харрасовтың кадеттары ла уңышлы эшләп килә.

Республика кимәлендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған һәм беҙҙең сығарылыш уҡыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ижад бәйгеләренең нәҡ беҙҙә үтеүе оло мәртәбә. Директор­ҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марина Машалла ҡыҙы Хилалова был сараларға тәрән йөкмәтке һала, түңәрәк эштәренең һөҙөмтәле эшләүе өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырырға тырыша.

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Сибай интернат-гимназияһы.
Читайте нас: