Яңы дәрестәр
Сентябрҙән мәктәп программаларына үҙгәрештәр индерелде. «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» урынына «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау» фәне уҡытыласаҡ. Шулай уҡ хеҙмәт (технология) дәрестәре инә башлаясаҡ.
Әйткәндәй, уҡытыусылар һайлап алынған һәм улар йәйгеһен әҙерлек үткән. Көҙ көнө «Патриот» паркында өс көнлөк йыйын да буласаҡ.
Контроль эштәр кәмейәсәк
Мәктәптәрҙә контроль эштәр, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренән тыш, уҡыу ваҡытының 10 процентынан күп булмаған өлөшөн генә тәшкил итергә тейеш. Арттырыу ҡәтғи тыйыла. Бөтә контроль эштәр Рәсәй мәғариф күҙәтеүе менән килешеү нигеҙендә үткәреләсәк.
Пилотһыҙ осоу аппараты әҙерләү үҙәктәре
Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда ла пилотһыҙ осоу аппараттары әҙерләү үҙәктәре асыласаҡ. Шуларҙың береһе Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы ҡарамағында эшләй башланы ла инде. Тағы ла 20 белем усағында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтеү буйынса махсус синыфтар ойоштороласаҡ. Был һөнәрҙе 500-ҙән ашыу уҡыусы үҙләштерәсәк.
Бушлай юл йөрөү
1 сентябрҙән 31 майға тиклем Башҡортостанда күп балалы ғаиләләге уҡыусылар ҡала йәмәғәт транспортында: автобуста, трамвайҙа, троллейбуста бушлай йөрөй аласаҡ. Ял, байрам һәм каникул көндәрендә генә ундай мөмкинлек юҡ.
Мәктәптәрҙе яңыртыу
Башҡортостанда һуңғы биш йылда 22 меңдән артыҡ урынлы 44 мәктәп, 9 мең 173 урынлы 65 балалар баҡсаһы асылды. Быйыл тағы өс белем усағы – Өфөлә «Йондоҙ» белем биреү үҙәге, Иглинда – 1 мең 225 урынлы, Туймазыла 500 урынлы урта мәктәп сафҡа инәсәк.
Президент программаһы ярҙамында ике йыл эсендә 53 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы ремонтланды. Был маҡсаттан федераль ҡаҙнанан 6 миллиард 500 миллион һум аҡса тотонолдо, йәнә 1 миллиардын республика өҫтәне.
Быйыл Башҡортостанда 31 белем усағында ремонт башланғайны. 1 сентябргә был эштәр Бишбүләк районы Уҫаҡкисеү, Әбйәлил районы Красная Башкирия, Өфө ҡалаһындағы 119-сы мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицейҙа һәм Күмертауҙағы Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында тамамланды ла инде.
Дәрестәрҙә смартфон тыйыла
Тағы бер яңылыҡ – яңы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә кеҫә телефондары ҡулланыу тыйыла. Шундай закон ҡабул ителде. Быны уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә белергә тейеш.
Уҡытыусылар хоҡуғын яҡлау
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптәрҙә тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ, иҫкәртеүҙе аңламаған уҡыусылар ҙа бар. Шунлыҡтан уҡытыусыларҙы уларҙың насар ҡылыҡтарынан һаҡлау һәм яҡлау өсөн «Мәғариф тураһында» законға өҫтәмә индерелде.
Хәҙер әгәр уҡыусы уҡытыусыһына дәрес үткәрергә ҡамасаулаһа, уны кәмһетһә, мыҫҡыллаһа, көс ҡулланһа, мотлаҡ язаһын аласаҡ.
Биш төр меню
Уҡыусылар өсөн биш махсус төр меню тәҡдим ителәсәк. Диабетиктар, фенилкетонурия, аллергия менән яфаланғандар өсөн айырым туҡланыу ҡаралған. Йәнә глютенһыҙ һәм һөтһөҙ меню ла бар.
Ауылса картуф, тиҙ әҙерләнә торған голубцы, һыйыр итенән «Баярҙар» кәтлите, «Наггетсы» тауыҡ кәтлите, «Cюрприз» эремсек ҡабартмаһы, фасоль менән йәшелсә һурпаһы... Сентябрҙән балалар яратҡан ашамлыҡтарға өҫтөнлөк биреләсәк.
2024 йылда бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителеүселәр өсөн 3 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленгән.