– Һеҙгә һөйөнөсөбөҙҙө еткерә һалайым әле. Беҙҙең егеттәр командаһы мини-футбол буйынса Рәсәй ярышында беренсе урын алды! – тип ҡаршыланы беҙҙе Булат Редмир улы Баев.
Уның йөҙө ҡояштай балҡый ине. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул! Ниндәй ҙур еңеү яуланған! Ә бит был 92-се коррекция интернат-мәктәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар уҡый.
– Уҡыусыларыбыҙ шулай төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып тора, – тип һүҙен дауам итте егерме дүрт йыл буйы директор вазифаһын башҡарған Булат Редмир улы. – Бер ҙә һынатмайҙар, сөнки эргәләрендә уларҙы төрлө ярыштарға әҙерләгән, ихлас ярҙам иткән, терәк-таяныс булған уҡытыусылары бар.
Был интернат-мәктәптә республикабыҙҙан 215 бала белем ала икән. Уларҙың йәшәйешенә, уҡыуына ҙур иғтибар бирелә, бөтөн яҡшы шарттар булдырылған.
Уҡыу бүлмәләре үҙе бер музей кеүек. Мәҫәлән, Алла Анатольевна Зарипова урыҫ әҙәбиәте буйынса төрлө материалдар туплаған, экспонаттар йыйған. Төрлө самауырҙар, һауыт-һаба... Бында нимәләр генә юҡ!
Башҡорт телен өйрәнеү бүлмәһенә лә һоҡланып туйғыһыҙ. Тирмә рәүешендәге музей ҡаршы ала беҙҙе. Сажиҙә Ғәлиәкбәр ҡыҙы Бикмәхәмәтова ныҡ тырышҡан, унда башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре урын алған.
Миңлеғәле Шайморатов бүлмәһендә – ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яу юлдарын, ә география бүлмәһендә Башҡортостан райондары гербтарын, төрлө илдәрҙең флагтарын күрергә, танышырға була.
Элекке директор Хәбиб Мирза улы Хисаметдиновтың эш урыны ла иғтибарҙы йәлеп итә. Бында уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, яу йылдары тураһында мөйөш бар.
Әйткәндәй, дүртенсе ҡатта заманса проект менән биҙәлгән музей ҙа бар. Ундағы бай экспонаттарҙы, мәғлүмәттәрҙе Булат Баев менән берлектә уҡытыусылар туплаған. Йыһазландырыу, төрлө һындар эшләүҙе директор үҙе башҡарған. «Тыуған ил – хәүеф аҫтында», «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында», «Блиндаж», «Азатлыҡ», «Еңеү» залдарында уҡыусылар йыш була. Ҡаһарман яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповтың шәхси әйберҙәрен һоҡланып ҡарайҙар.
– Маҡтана алабыҙ. Беҙҙең музей Башҡортостанда – беренсе, ә Рәсәй буйынса икенсе урынға лайыҡ булды. VIII синыфтан Глеб Островский үҙенең эҙләнеү эштәре менән фәнни-ғәмәли конференцияла юғары баһа алды, – ти Илүзә Мәүлитйән ҡыҙы Рафиҡова.
Интернат-лицейҙа арттерапия, әкиәттерапия өсөн махсус бүлмәләр ҙә бар икән. Логопедтар Рәйсә Арыҫлан ҡыҙы Тойғонова менән Флүрә Сәйетғәли ҡыҙы Рәҡипова балаларға өндәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үткәрә.
Китапханасы Рәмилә Ғөбәева янында ла ҡыҙҙар, малайҙарҙы күп осратырһың. Китап уҡыусылар килеп кенә тора. Апайҙары уларҙы йылмайып ҡаршы ала.
Бында балаларҙың һаулығына иғтибар ҙур. Педиатр Флүсә Маликова менән шәфҡәт туташтары Светлана Гребанёва, Ольга Кузьминалар көн һайын һәр береһен күҙәтеп, хәлдәрен тикшереп тора. Дефектолог Лилиә Баййегет ҡыҙы Заманова бүлмәһенә лә ингән-сыҡҡан уҡыусылар күп.
Тиҙҙән был коррекция интернат-мәктәбе үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
– Беҙ уны яҡшы кәйеф менән ҡаршылайбыҙ, – ти уҡыу буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Әхәт ҡыҙы Әбдрәшитова. – Уҙған уҡыу йылында Рәсәй буйынса «Йыл мәктәбе» номинацияһында еңеү яуланыҡ. Почёт грамотаһы һәм миҙал менән бүләкләнеләр. Был уңыш беҙҙе дәртләндерҙе.
Әлбиттә, үҙенсәлекле балалар менән эшләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү еңел түгел. Әммә беҙ зарланмайбыҙ. Кәрәкле, яуаплы эшебеҙҙә һынатмаҫҡа, балаларыбыҙҙың терәге, таянысы булырға тырышабыҙ.
Ветеран уҡытыусыларыбыҙҙы, тәрбиәселәребеҙҙе лә онотмайбыҙ. Улар менән осрашып торабыҙ.
Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Уңыштар теләп ҡалабыҙ.