Ваҡытҡа үҙ исеме яҙылған ҡағыҙ киҫәген эҙләп табыу, өҫкә ырғытылған еңел предметты ергә төшөрмәй тотоу, артҡа табан атлау кеүек бәйгеләрҙә көс һынашыуҙарын күҙәтеү – үҙе бер ҙур кинәнес. Киләсәк быуын вәкилдәре күрше Абзай мәктәбенә йөрөп уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, ярыштарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Һәр ғаиләнән бер туғандарҙың күп булыуы сараға йәм өҫтәй. Лидия һәм Владир Сәйфитовтар, Гүзәлиә һәм Юлай Йәндүриндар быға асыҡ миҫал. Гүзәлиә – төп ярҙамсым, ул һәр саҡ тиҫтерҙәренең хәлен белешеп тора, кемдең сараға килеү-килмәүен хәбәр итә. Шуныһы ҡыуаныслы: ата-әсәләр минең был эшемде – үҙ башланғысым менән балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп уҙғарыуҙы ыңғай баһалай. Ата-әсәләрҙән Зилә Йәлил ҡыҙы Сәйфитова, Рәмзилә Рафуан ҡыҙы Рәхмәтуллиналар маҡтауға лайыҡ, улар балаларының төрлө сараларға йәлеп ителеүенә ҡуш ҡуллап риза.
Киләсәктә округта йәшәгән балалар араһында (улар беҙҙә – дүртәү) урыҫ шашкаһы буйынса шәхси һәм команда беренселеге уҙғарыласаҡ. Йомғаҡлап әйткәндә, халыҡ һайланыусыһы сифатында булыуым менән бик тә ҡәнәғәтмен.