Әсәйемдең исеме – Айһылыу. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Аш-һыуға бик оҫта, бигерәк тә манты, ҡаҙаҡ һалмаһы, билмән, ҡоймаҡ, төрлө бәлештәрҙе тәмле бешерә. Беҙ әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ.
Бик матур һәм иң изге кешем – әсәйем. Уның исеме – Зифа. Әсәйем эшлекле, аш-һыуы телеңде йоторлоҡ, бәйләмдәре иҫ китерлек. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла ул бәйләгән йылы йөн ойоҡ һәм бейәләйҙәрҙе кейеп йөрөй.
Әсәйем тау колледжында тәрбиәсе булып эшләй. Һеңлем менән икебеҙҙе бик ярата. Көн һайын тәмлекәстәр менән һыйлай. Өйгә эштәребеҙҙе әҙерләргә ярҙамлаша. Бергәләшеп кино, йәнһүрәттәр ҡарарға яратабыҙ. Әсәйем – минең кәңәшсем дә, серҙәшем дә. Ул өйҙә булмаһа, беҙгә күңелһеҙ.
Сәлим ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, V синыф уҡыусылары.
Әсәйемдең матур йылмайыуын, йылы ҡулдарын бик яратам һәм үҙен хөрмәт итәм. Һеңлем менән мине ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп килә. Ауыр ваҡыттарҙа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, тәртипле, эшлекле булырға өйрәтә. Беҙ ҙә ҡәҙерлемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ.
Ул – беҙҙең өйҙөң ҡояшы. Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Үҙе бик уңған, тәмле итеп бешерә, ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләй. Беҙҙе кешеләргә ярҙамсыл, ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтә.
Эльвира БАЙҒАБУЛОВА, VI синыф уҡыусылары.
Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.
Сулпан йондоҙ – таң йондоҙо,
Әсәйем дә, шул йондоҙҙай,
Нәркәс РЫЖОВА, VI синыф уҡыусылары.
Уның исеме лә матур: Рәмзәнә, үҙенә тап килеп тора. Иң матур, иң сибәр, иң һөйкөмлө, иң аҡыллы, иң яҡшы кеше ул минең әсәйем. Беҙгә – ике ҡыҙына ғүмер бүләк иткән һәм һәр беребеҙгә мәғәнәле мосолман исемдәрен ҡушҡан. Әсәкәйебеҙҙең һөйөү тулы күҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре тормошобоҙҙа дөрөҫ юл күрһәтеп кенә тора.
Ҡарт өләсәйем Фәрзәнә һымаҡ, ул да – ейәнсәренә мәрхәмәтле, яҡты күңелле өләсәй. Райхана апайым да, мин дә әсәйебеҙҙең йөрәк йылыһын, ҡулдарының шифаһын тоябыҙ.
Мәҙинә АҠЫЛОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Әбүбәкер мәктәбе, Хәйбулла районы.
Ҡәҙерлем ашнаҡсы булып эшләй. Үҙе бик тә егәрле. Ял көндәре беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйлай. Мин дә уға оҡшарға тырышам. Ярҙам булһын тип, һауыт-һаба, иҙән йыуам, гөлдәргә һыу һибәм. Әсәйем – шул тиклем изге күңелле, алсаҡ һәм мәрхәмәтле кеше. Өйгә үҙен һағынып ҡайтам.
Эльвина АБЗАЛОВА.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.
Беҙгә ғүмер биргән, тормошто дауам иттереүсе, быуындарҙы бәйләүсе илаһи зат һин, әсәйем! Бала саҡта, төн йоҡоларың ҡалдырып, бишек тирбәткән, илағанда ҡайнар ҡосағыңа алып йыуатҡан, аҡты – ҡаранан, ҡараны аҡтан айырырға өйрәткән изге йән дә һин. Әлегеләй ҡояш кеүек мәңге балҡып, тормошобоҙҙо йәмләп йәшә, ҡәҙерлем!
Вилена ВӘЛШИНА, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Әсәйҙәр көнөнә арналған «Әсәләр нур сәсәләр» исемле концертты алтынсылар моңло йыр менән башлап ебәрҙе. Һәр сығышта тиерлек был изге заттарҙың бөйөклөгө, балаға булған һөйөүе сағылды. «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле башҡарыуында «Байрам», «Башҡортостан-гөлбостан», «Һылыуҡай» бейеүҙәре яҡындарыбыҙҙың күңелен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, башланғыс синыфтар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоп, йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Матур кисәбеҙ күмәкләшеп «Гүзәл тыуған еребеҙ» исемле йыр менән тамамланды.
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Байназар мәктәбе.
Алина МӘХМҮТОВА.
Әбделмәмбәт ауылы.
Әлиә АЙЫТБАЕВА.
Ҡолғана ауылы, Бөрйән районы.
Сулпан ЯЛМАНБӘЙЕТОВА.
Ниғәмәт мәктәбе.
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙеңдән.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Нур һибелһен һәр саҡ йөҙөңдән.
Айсулпан МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Билал мәктәбе.
Көтәм...Көтәм... Әсәйем юҡ...
Азалиә КАМАЛОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Өмөтбай мәктәбе, Баймаҡ районы.