Мәктәбебеҙҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын йомғаҡлап, башланғыс синыфтар араһында бик күңелле һәм файҙалы кисә үтте. Был сараның төп маҡсаты, берҙән, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, икенсе яҡтан, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ине.
Һәр синыф тәбиғәтте һаҡлау темаһына әкиәт сәхнәләштерҙе. Беренселәр (етәксеһе – Р. Рахманғолова) «Ҡуяндар» әкиәте буйынса әҙерләнә, өсөнсөләр (Ф. Мөхәмәҙиева) кешеләрҙең тәбиғәткә килтергән яман эштәренә хөкөм сығарһалар, II һәм IV синыфтар (З. Шәмғолова) «Ал сәскә» әкиәте аша тәбиғәттә үҙ-үҙеңде нисек тоторға ярамағанлығын бик үҙенсәлекле итеп күрһәтеп бирҙе. Балалар бәләкәс кенә булһалар ҙа, сәхнәлә береһе лә юғалып ҡалманы.
Йыл буйына беҙҙә бик күп эштәр башҡарылды. Ошо йылға арналған синыф сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, урман, һыу, ҡоштар, ҡарабаш турғай көндәре, йылға буйын, ауылды сүп-сарҙан таҙартыу өмәләре, төрлө темаларға викториналар, КВН, һүрәттәр, шиғыр, иншалар конкурстары балаларға бик оҡшаны. Экология йылында башланған изге эштәр киләсәктә лә дауам ителер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Зөһрә ШӘМҒОЛОВА, башланғыс синыфтар ойошмаһы етәксеһе.
Ҡыйғы районы, Абзай ауылы.