Тәбиғәттә барлыҡ күренештәр ҙә яйға һалынған. Йыл миҙгелдәре бер-береһен алыштырып, һәр саҡ ысын хужа булып хөкөм итә. Алтын көҙгә алмашҡа һалҡын, буранлы, мөғжизәләргә бай ҡыш айҙары килә. Мин был миҙгелде гел түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Ни өсөн, тиһегеҙме? Каникул өсөн генә, тип уйламағыҙ. Уныһы ла мөһим, әлбиттә. Беренсе сиратта, ҡышты мөғжизәләр ваҡыты булғанға яратам.
Яңы йылды ҡаршылау беҙҙең гимназияла бик күңелле үтте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға төрлө йырҙар, бейеүҙәр аша үҙебеҙҙең оҫталыҡты күрһәттек. Улар менән бергә күңел астыҡ, уйнаныҡ. Һәр ҡайһыбыҙға бүләк өләштеләр.
Уҡыу сиреген тик «бишле» билдәләренә генә тамамлап, мин каникулды яҡшы кәйеф менән башлап ебәрҙем. Яңы йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршы алдыҡ. Үҙәк майҙанға барып тау шыуҙыҡ, концерт, салют ҡараныҡ. Сәғәт ун икене һуҡҡанда бер-беребеҙгә изге теләктәр әйттек. Йоҡонан тороуға беҙҙе шыршы аҫтында бүләктәр көтә ине. Мин бик тә шатландым, сөнки теләгем ҡабул булды.
Каникулдың беренсе аҙнаһы өләсәйем янында ҡунаҡта үтте. Ауылда рәхәтләнеп тауҙа шыуҙыҡ, урманға сәйәхәткә барҙыҡ. Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ғорурланып ҡайттыҡ. Ҡунаҡта, тигәс тә, мин гел уйнап ҡына йөрөмәнем. Апайҙарым менән өйҙө йыйыштырҙыҡ, келәмдәрҙе таҙарттыҡ, аш бүлмәһендә лә булыштым. Китап уҡырға ла ваҡыт таптым. Ә кистәрен туғандарым менән шашка, шахмат уйнаныҡ, өлкәндәр өсөн концерт ҡуйҙыҡ. Икенсе аҙнаны Үрге Йәркәйҙә үткәрҙем. Күрше ҡыҙҙары менән саңғыла, тимераяҡта шыуҙыҡ, саф һауала туйғансы уйнаныҡ. Бассейнға һыу инергә йөрөнөк.
Каникул бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы уҙҙы. Барыһына ла шуны әйткем килә: саф һауала уйнағыҙ, тәнегеҙҙе сыныҡтырығыҙ, матур хис-тойғолар менән күңелегеҙҙе байытығыҙ. Һау-сәләмәт булайыҡ!
Азалиә ИСРАФИЛОВА, III синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.