+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Февраль 2018, 19:06

Олатайым яу юлы үткән

Шәкир олатай Ишмөхәмәтов 1926 йылда Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында, үҙе һөйләүе буйынса, кешеләр йәйләүгә күскән ваҡытта, июнь башында, Йылҡы алып ҡасҡан йәйләүендә донъяға килә. Уның бала сағы бик ауыр була. Йәшләй генә әсәһе үлеп ҡала. Шәкир олатай ике ҡустыһы, бер һеңлеһе менән үгәй әсә ҡулында үҫә. Ғәлиәкбәр ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, промколхозда төрлө эштәр башҡара.

Шәкир олатай Ишмөхәмәтов 1926 йылда Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында, үҙе һөйләүе буйынса, кешеләр йәйләүгә күскән ваҡытта, июнь башында, Йылҡы алып ҡасҡан йәйләүендә донъяға килә. Уның бала сағы бик ауыр була. Йәшләй генә әсәһе үлеп ҡала. Шәкир олатай ике ҡустыһы, бер һеңлеһе менән үгәй әсә ҡулында үҫә. Ғәлиәкбәр ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, промколхозда төрлө эштәр башҡара.

1943 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ике меңләп егетте Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Олатай үҙенең иҫтәлектәрендә бына нимәләр яҙып ҡалдырған: «Ҙур Хинган тауҙарына үреләбеҙ. Тәбиғәте беҙҙең Урал тауҙарына оҡшаш тиерлек: урмандар, аҡландар, һәр үҙәк һайын таҙа тау йылғалары.

Япондар алдан әҙерләнгән нығытмаларына урынлашып, беҙҙе көткән, урыны менән ҡаты алыштар башланды. Тәүҙә үк 24 яугир һәләк булды. Япон самурайҙары ҡапыл төрлө яҡлап ут асты. Пулемёттан туҡтауһыҙ пулялар һибелә. Уларға ҡаршы бөтә төр ҡорал­дар­ҙан ата башланыҡ. Ҡапма-ҡаршы алыштарҙа беҙ ҙә күп кенә дошмандарҙың башына еткәнбеҙ, байтаҡтары әсиргә төштө.

Оло йәштәге һалдаттарҙан торған махсус төркөмдәр һуғыш яланынан һәләк булғандар­ҙы йыйып, ҙур туғандар ҡәберлегенә күмде. Ҡайҙа ғына ятмай Рәсәй һалдаттарының һөйәктәре…

Тағы ла юлды дауам итәбеҙ, алға атлайбыҙ. Ворошилов (хәҙерге Уссурийск) ҡалаһында туҡталыш яһап, беҙгә Кореяны дошмандарҙан таҙартыу бурысы йөкмәтелде. Алыҫ Көнсығыш фронтының 25 армияһы япондарҙың тимер-бетондан нығытылған ҡәлғә, һәр ауыл, ҡалалары өсөн алышып, Унги, Начжин, Чжончжин, Хыннам ҡалаларын яулап алдыҡ. Хамхын (Канько) ҡалаһына еткәс, 38-се параллелгә ебәрҙеләр. Америка һалдаттары менән осраштыҡ».

Алыштарҙың береһендә олатайҙың ҡулы яраланып, госпиталгә эләгә. 1950 йылға тиклем Кореяның сик буйын һаҡлай. Уның түшен «Бөйөк Ватан һуғышы» ордены, «Кореяны азат иткән өсөн» һәм башҡа миҙалдар биҙәй.

Шәкир олатай иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бөрйән урман хужалығында ағас эшкәртә. Ғәйшә өләсәй менән 9 бала ҡарап үҫтерәләр. Кесе улы Әхмәҙи ағай ғына хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, цинк табутта алып ҡайтып ерләйҙәр.

Ысынлап та, олатай матур оҙон ғүмер кисерҙе, үҙенән һуң өсөнсө быуынды, бүлә-бүләсәрҙәрен күреп, һикһән йәшендә был яҡты донъя менән хушлашты.

Наҙгөл ШӘРИПОВА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: