-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышты оҙаттыҡ

Белем усағыбыҙҙа I «Б» һәм I «В» синыфтарында «Ҡышты оҙатыу» байрамы уҙҙы. Көндөң ярай­һы уҡ һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, атай-әсәйҙәр ҙә байтаҡ ҡына йыйылғайны.

Белем усағыбыҙҙа I «Б» һәм I «В» синыфтарында «Ҡышты оҙатыу» байрамы уҙҙы. Көндөң ярай­һы уҡ һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, атай-әсәйҙәр ҙә байтаҡ ҡына йыйылғайны.

Сара бик күңелле башланды. Ҡайнар самауыр байрам кәйефен күтәрһә, күмәк көс менән әҙерләнгән табындың төп ризығы – ҡоймаҡтың ниндәй генәһе юҡ ине! Уҡыусыларҙың әсәй­ҙәре һәм өләсәйҙәре телең­де йоторлоҡ был тәмлекәстәрҙе әҙерләп, бер-береһен, уҡыусыларҙы һыйланы. Улар балалар менән бергәләп йырлап-бейеп күңел асты, тоҡ менән һуғышыу, әйлән-бәйлән уйнау, арҡан тартышыу, сана менән уҙышыу кеүек уйындар уйнап кинәнде.

Берәү ҙә, һыуыҡ, тип торманы, рәхәтләнеп күңел асты, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең һәләтен, етеҙлеген күр­һәтте. Уйнап арығандары ҡоймаҡ, эҫе сәй менән һыйланды.

Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
Читайте нас: