«Егәрленең ҡулы етәү», – тиҙәр. Ундай кешеләр арабыҙҙа бар микән? Бөгөнгө донъяла заман кешеһе нәҡ шундай булырға тейештер, тип уйлайым. Был һүҙҙәр тап минең әсәйем тураһында әйтелгән кеүек. Уның белмәгән эше юҡ! Ҡулдары алтын,тәмле итеп ашарға бешерә, тегә, бәйләй, гөл-сәскәләр үҫтерә, йыуа-йыйыштыра, балаларына ла иғтибарлы.
Әсәйем Римма Мортаза ҡыҙы Бөрйән районы Тимер ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Улар һигеҙ ҡыҙ булғандар. Бала саҡтарынан уҡ өләсәйем һәр эштең айышын, мәғәнәһен төшөндөрөп үҫтергән. Шуғалыр ҙа һәммәһе лә ҡул эшенә маһир.
Бөгөн әсәйемдең белмәгән нәмәһе юҡ: бәйләй ҙә, сигә лә, тегә лә. Орсоҡҡонаһының буш торғанын бер ҙә күргәнем юҡ. Ҡышын дебеттән генә бәйләнгән ойоҡ-бейәләйҙәре менән ҡыуандырһа, йәйен төрлө туҡымаларҙан торған сағыу ҡораманан түшәктәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Уларҙың һәр береһенә ҡәҙерлем күңел наҙын, йылыһын һала. Һәр эше беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме булып тора.
Ошо көндәрҙә генә күҙ яуын алып торған ҡорама эшен тамамланы. Бигерәк матур, сағыу килеп сыҡты! Оҙаҡ эш булһа ла, уны бик тиҙ башҡарып ҡуйҙы. Ә ҡорамабыҙға һүрәтте әсәйем менән бергәләп уйланыҡ. Унда бал ҡорттары, сәскәләр, күбәләктәр һүрәтләнек. Ҡәҙерлем өсөн был эш әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы.
Әсәйемде йылы һүҙле, егәрле булғаны өсөн барыһы ла ярата. Тәҙрә төптәрен матур гөлдәр биҙәй, уларҙы бит шулай наҙлап ҡына үҫтерә.
Мин дә әсәйемдән бик күп ҡул эштәренә өйрәндем. Ул һәр саҡ: «Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн», – тип ҡабатларға ярата. Һәр кәңәше тормош һабағы бит. Әсәйҙәрҙең алтын ҡулдарының йылыһын тойоп, уларҙы ҡәҙерләп кенә йәшәйек.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.