-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Хистәр бураны ҡупты

Тик ғашиҡтар ғына ҡалһын ине Ер йөҙөндә, барлыҡ йыһанда… Рәмил ЙӘНБӘК.

Тик ғашиҡтар ғына ҡалһын ине
Ер йөҙөндә, барлыҡ йыһанда…

Рәмил ЙӘНБӘК.
«Йөрәк һүҙе» шиғри проекты үтә ғәмһеҙҙәрҙе генә битараф ҡалдырғандыр. Ундайҙарға Мостай Кәримдең шиғыр юлдары менән: «Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ, әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар», – тип әйтке килә. Социаль селтәрҙәрҙән күреүемсә, республикабыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында ошо башланғысҡа эйәреп, үҙҙәрендә «Йөрәк һүҙе» бәйгеләрен үткәреүселәр бар. Эйе, рухландырҙы, ҡанатландырҙы һәм уйландырҙы был проект. Миңә лә илһам ҡошон осорҙо һәм уҡыусыларым араһында шиғри бәйге ойоштороу теләген уятты.
Күгәрсен районы башҡорт интернат-гимназияһында шаулап-гөрләп «Ғашиҡтарҙың йөрәк һүҙе» тип аталған шиғри бәйге үтте. Унынсы һәм ун беренсе синыфтар парлашып мөхәббәт шиғырҙарын уҡыны. Барлығы һигеҙ пар тамашасыларға шиғырҙарҙа сағылыш тапҡан хистәр йәйғорон балҡытты. Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәшит Назар, Рәми Ғарипов, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина һәм башҡа шағирҙарҙың ялҡынлы мөхәббәт лирикаһы балалар һәм ололар күңелендә хистәр буранын ҡуптарҙы.
Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең башҡарыу оҫталығы ла юғары булды. Тырышып, күңел һалып әҙерләнделәр һәм яҡшы сығыш яһанылар. Афарин! Беҙҙең маҡсат оҫта шиғыр һөйләүсе уҡыусыларҙы асыҡлау һәм уларға һәләттәрен күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу ине. Дөйөм тырышлығыбыҙ менән ул тормошҡа ашты. Жюри тарафынан XI синыфтан Зөһрә Ишарина һәм Х синыфтан Алмас Вәхитов иң-иңдәр булып танылды. Ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларыма һәм сараны ойошторорға ярҙам иткән Гөлшат Ғайса ҡыҙы Юлдыбаеваға рәхмәтлемен.

Гөлфирә АҘНАҒОЛОВА, тәрбиәсе.

Күгәрсен районы.

Читайте нас: