+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тағы ла бергә йыйылдыҡ

Гимназиябыҙҙа үҙенсәлекле бер йола бар: февраль айының беренсе йомаһында уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар менән осрашыу үтә. Ғәҙәттә, был көндә һыуыҡ, ыжғыр бурандар була торғайны. Ҡайһы ваҡыт мәктәп карантинға ябылған саҡҡа тура килә ине. Ә быйыл хөрриәт: көн йылы, ҡояш йылмая, асфальт юл, йәй көнөндәге һымаҡ, ялтлап ята! Шуғалыр ҙа тамаша залына ҡунаҡтар ағылды ла ағылды.

Гимназиябыҙҙа үҙенсәлекле бер йола бар: февраль айының беренсе йомаһында уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар менән осрашыу үтә. Ғәҙәттә, был көндә һыуыҡ, ыжғыр бурандар була торғайны. Ҡайһы ваҡыт мәктәп карантинға ябылған саҡҡа тура килә ине. Ә быйыл хөрриәт: көн йылы, ҡояш йылмая, асфальт юл, йәй көнөндәге һымаҡ, ялтлап ята! Шуғалыр ҙа тамаша залына ҡунаҡтар ағылды ла ағылды.

Бына гимназиябыҙҙың гимны яңғыраны, уны барыһы ла аяғүрә баҫып тыңланы. Директорыбыҙ Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡанов сығыш яһағандан һуң бөтәһен дә 2019 йылда үтәсәк гимназиябыҙҙың 60 йыллыҡ юбилейына саҡыр­ҙы.
Осрашыуға матур концерт та әҙерләнгәйне. Уны XI синыф уҡыусылары Денис Шәрипов менән Гөлнара Кин­йәбулатова алып барҙы. 2014 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, республикабыҙҙың йәш эстрада йондоҙо Илнур Рамаҙанов матур йырҙары менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Юбилейға яңыларын әҙерләйәсәген әйтте һәм үҙе менән артистар алып килергә вәғәҙә итте. Мәктәбебеҙҙе былтыр ғына тамамлаған Илүзә Харрасова сығарылыш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса кәңәштәрен бирҙе. Ә мин шул арала ҡунаҡтарҙың бер нисәүһенең ҡайҙа уҡыуы, эшләүе менән ҡыҙыҡһындым.
Гөлназ Мусаҡаева:
– Мин әле БДМУ-ның педиатрия бүлегендә уҡыйым. Төплө белем биргәндәре өсөн гимназия уҡытыусыларына оло рәхмәтлемен.
Сабина һәм Алина Әбсәләмовалар:
– Беҙ икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡ медколледжын һайланыҡ. Алина XI синыфтан һуң, ә мин туғыҙынсыны тамамла­ғас, уҡырға индек. Бөгөн Күмертауҙа 1-се терапияла шәфҡәт туташы булып эшләйем, ә Алинаға тағы ла бер йыл уҡырға кәрәк әле.
Лиана Туҡтарова Омск медицина академияһының дауалау бүлеген тамамлағас, Благовещен ҡалаһында эшләгән. Әле декрет ялында.
Шуныһы шатлыҡлы: күп сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарынан һуң ҡалабыҙға эшкә ҡайтҡан. Ләйсән Сөләймәнова менән Лиана Бураҡаева юғары белем алғас, юрист булып эшләй икән. Алина Әлмөхәмәтова Стәрлетамаҡта математика факультетын тамамлай. Әле ул Ермолаев мәктәбендә балаларға математика фәненән белем бирә. Үҙебеҙҙең гимназияла ла уҡытып йөрөгәндәр бар.
Был сара бик әһәмиәтле булды, сөнки ун беренселәр үҙҙәренә файҙалы кәңәштәр алды, ә ҡунаҡтар уҡытыусылары, синыф етәкселәре менән осрашты, аралашты.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, Х синыф уҡыусыһы.


Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: