-1 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
6 Апрель 2018, 17:23
Бер көнө яҡташыбыҙға арналды
Беҙҙә лә үтте Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы. Уның барышында төрлө саралар ойошторолдо. Тәүгеһе – «Тыуған ере менән һоҡланыусы» тип аталған әҙәби кисә башҡорт яҙыусыһы, Белорет районының Баҡый ауылынан сығыусы яҡташыбыҙ Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналды.
Беҙҙә лә үтте Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы. Уның барышында төрлө саралар ойошторолдо. Тәүгеһе – «Тыуған ере менән һоҡланыусы» тип аталған әҙәби кисә башҡорт яҙыусыһы, Белорет районының Баҡый ауылынан сығыусы яҡташыбыҙ Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналды. Интернат-лицейҙа үткән был сараны Зөлфирә Сөләймәнованың «Сабир ағайға» шиғыры менән асып ебәрҙек. Уның биографияһы менән танышҡандан һуң, ижад донъяһына байҡау яһаныҡ. Бигерәк тә Байкал – Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнашып, ундағы ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнап, хәрби хеҙмәттән һуң яҙған «Хушлашмайым» романы ҡыҙыҡһыныу уятты, китапхананан алып уҡыясаҡбыҙ, тип килеште балалар.
Аҙналыҡтың икенсе көнөндә яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, донъяның матурлығын күрһәтеү маҡсатында «Бөйөк балалар яҙыусыһы» исемле тағы ла бер әҙәби кисә ошо белем усағы уҡыусылары өсөн үткәрелде. Сара барышында уларҙы китап күргәҙмәһе менән таныштырып, бер нисә әҫәренә туҡталып үттек.
25-се башҡорт балалар баҡсаһына бәләкәстәр менән осрашыуға ла барҙыҡ. Унда беҙ «Балалар китабы музейы» буйлап виртуаль сәйәхәткә юлландыҡ. Музейҙың һәр залында шиғыр һөйләү, йомаҡ сисеү, серле геройҙың ниндәй әкиәттән икәнен асыҡлау, бирелгән мәҡәлдең аҙағын бергәләп табыу кеүек эштәрҙе бик әүҙем башҡарҙыҡ. Уйындар ҙа уйнаныҡ, физкультминутҡа ла туҡталдыҡ. Йомаҡтарҙы сискәндән һуң кескәйҙәрҙе яңы китаптар менән таныштырҙыҡ, ҡысҡырып уҡыу ойошторҙоҡ, әңгәмәләштек.
Быйыл танылған урыҫ яҙыусыһы Максим Горькийҙың тыуыуына 125 йыл тула. Уны иҫкә алыу маҡсатында 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Турғай» әкиәтенән өҙөк тә сәхнәләштерҙек. Был әҫәрҙә төп герой – Пудик исемле турғай балаһы үҙ һүҙле, тыңлауһыҙ, шуҡ бала менән сағыштырыла. Ул һәр ваҡытта маһайып йөрөп, уйламағанда ҙур һары бесәй ауыҙына эләгә яҙа, инәһе генә уны ҡурсалап алып ҡала. Максим Горький әкиәте аша балаларға ҙур тормош һабағы бирелде.
Аҙналыҡтың һуңғы көнөндә интернат-лицейҙың II синыф уҡыусылары менән осрашып, танылған урыҫ балалар яҙыусыһы Сергей Михалковтың ижады буйынса «Минең яратҡан бала саҡ китаптары» тип аталған библиографик дәрес уҙғарҙыҡ. Кескәйҙәр яҙыусының шиғырҙарын, мәҫәлдәрен уҡыны, викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе, йомаҡтар ҙа систе.
Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...