-4 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Апрель 2018, 16:56
Ҡазандан – еңеү менән!
Яңыраҡ Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Мәртәбәле һынауҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәре – Адыгей, Башҡортостан, Ҡалмыҡ, Карелия, Коми, Ҡырым, Мари Иле, Мордва, Саха (Яҡутстан), Тыва, Удмуртия, Хакасия, Сыуашстан һәм башҡа республикаларҙа еңгән уҡыусылар көсөн һынаны. Ҡырғыҙстандан да вәкилдәр бар ине.

Унда беҙҙең 111-се гимназиянан XI синыф уҡыусыһы Влада Яҡупова ла ҡатнашты. Һынатманы, Өфөгә еңеү менән ҡайтты. Синыфташым тик «бишле» билдәләренә генә уҡый, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты ла ул. Олимпиадала Владаның яҙған эссеһы, Башҡортостан тураһында әҙерләгән презентацияһы юғары баһаланып, иң күп балл йыйҙы.
Әлбиттә, бындай яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүендә уҡытыусыһы Наилә Яхъя ҡыҙы Насированың да өлөшө ҙур. Ул беҙҙе бишенсе синыфтан алып башҡорт теленән уҡыта. Уҙған уҡыу йылында тағы бер уҡыусыһы – Алиса Панчихина Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан көмөш миҙал алып ҡайтҡайны. Ә бына быйыл синыфташым Влада ла һөйөндөрҙө. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Илдар СОЛТАНОВ, XI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән