Байназар ауылында күп йылдар элек барлыҡҡа килгән «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың данын арттырып йәшәп килә. Уны 1999 йылда Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова ойошторған. Тәүге уңыштарын 2002 йылда Учалы районында республика кимәлендә үткән «Башҡортостан ынйылары» фольклор конкурсында яулайҙар. Унда II дәрәжә диплом менән бүләкләнәләр.
Ә 2005 йылда Сибайҙа «Башҡортостан йондоҙсоҡтары»нда еңеүсе булалар. «Еҙ үксә» республика конкурсында тәүге тапҡыр 2007 йылда сығыш яһап, дипломант исемен алһалар, 2014 йылда – беренсе, 2016 йылда II дәрәжә диплом яулайҙар. Улар өсөн иң иҫтәлекле һынауҙарҙың береһе – «Байыҡ» балалар телевизион бәйгеһе. Төрлө йылдарҙа «Ҡулъяулыҡ», «Көмөш һырғалар», «Ҡоҙаса», «Солоҡсолар», «Байназар таҡмаҡтары» һәм тағы ла бик күп бейеүҙәр менән призлы урындарға лайыҡ булып ҡыуаналар.
Йылдар үтеү менән шөғөлләнеүсе балалар ҙа алмашынып тора. Улар үҙгәрһә лә, ансамбль тарҡалмай. Репертуарҙарында башҡорт, урыҫ, татар, ҡалмыҡ, хатта чечен һәм башҡа төрлө халыҡ бейеүҙәре лә бар. Яратып ҡына башҡарғандары ла байтаҡ. Улар «Питрәш таҡмаҡтары», «Зарифа», «Азамат», «Ҡалмыҡ»… Айгөл Фәрит ҡыҙы үҙе өйрәткәндәре менән бер рәттән, арҙаҡлы бейеүселәр, балетмейстерҙар саҡыртып та бейеүҙәр һалдырҙы.
«Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә бейеү серҙәренә төшөнөп, хәҙерге көндә республиканың төрлө коллективтарында бейеп, уларҙың солистары булып, хатта үҙҙәре төркөмдәр етәкләгән егет, ҡыҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Эльвира Муллағолова – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы. Гөлзирә Ҡарағолова Дәүләкән ҡалаһында «Ағиҙел» бейеү ансамблен ойошторған, бөгөн үҙе балаларға бейеү серҙәрен төшөндөрә. Фидан Алтынбаев – Сорғот ҡалаһында үҙешмәкәр сәнғәт коллективының етәксеһе һәм «Нур» бейеү ансамблендә бейей. Юлиә Алтынбаева Лангепас ҡалаһында «Фортуна» балалар һәм йәштәр менән шөғөлләнеү үҙәгендә эшләй һәм балалар баҡсаһында бейеү түңәрәген алып бара. Илнур Аҙанғолов Мәскәү ҡалаһына уҡырға ингәс тә, бейеү сәнғәтен ташламай, «Алтын ай»ҙа шөғөлләнә. Фәнис Үтәбаев Сибайҙа «Сармат» һәм «Ынйыҡай»ҙа бейеп, бөгөн тыуған районында «Ялҡын» өлгөлө бейеү ансамблен етәкләй. Салауат Алтынбаев «Красноусол» шифаханаһында оҫталығын күрһәтә.
Әлеге көндә беҙ, йәш төркөм бейеүселәре, элекке уҡыусыларҙан өлгө алып, уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Мин дә ошо сәнғәт үҫешенә бәләкәй генә өлөшөмдө индерә алыуыма бик шатмын һәм ғорурланам.