«Сулпылар» балалар баҡсаһында саф башҡортса иркен аралашыу, халыҡ ижадын тергеҙеү өсөн шарттар булдырылған. Балалар баҡсаһы мөдире Нурия Әхәт ҡыҙы Биушкинаның мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп үҫтереүҙе, тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы ҙур маҡтауға лайыҡ. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, барлыҡ ата-әсәләр уға сикһеҙ рәхмәтле.
«Бал ҡорттары» исемле төркөмгә башҡортса иркен һөйләшкән өс йәшлек ун ете малай йөрөй. Бәләкәй генә булһалар ҙа, уларҙың һәр береһенең үҙенә күрә күркәм һыҙаттары, яратҡан шөғөлдәре һәм уйындары, тәбиғәттән килгән һәләттәре бар. Эйе, эйе! Бына, мәҫәлән, Бәхтиәр менән Даниярҙың фантазияға бай булыуы конструкторлау уйындарында асыҡ сағылып, логик фекерләү ҡеүәһенең яҡшы үҫешеүен күрһәтеп тора. Азамат, Нурфәйез, Артур, Нәзир, Вадим һәм Искәндәрҙең үҙ-ара уйнағанда саф башҡортса һөйләшеүҙәре һоҡландыра. Дияр, Баязит, Кәрим әүәләү эштәрен ихлас яратып башҡара. Ә бына Рөстәм, Арыҫлан, Рамаҙан – тел оҫталары. Уларҙың шиғыр һәм йырҙарҙы тиҙ генә отоп алыуҙарына иҫең китер.
Беҙҙә балалар дуҫ, татыу йәшәй. Иртәнсәк баҡсаға килеү менән бер-береһен теүәлләп кенә торалар. Бына шулай күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтә ваҡытыбыҙ.
Балалар баҡсаһындағы шат балалар тауыштары һәммәбеҙҙең күңелен күтәрә. Бәләкәй малайҙарыбыҙ ысын башҡорт егеттәре булып үҫеп етеп, тыуған илебеҙҙең терәк-таянысына әйләнеп китерҙәр әле, тигән ышанысыбыҙ ҙур.
Беҙҙең төркөмдә бигерәк
Малайҙар күп – ун ете.
Аҡыллылар, шаяндар ҙа,
Барыһы ла бик етеҙ.
Улар араһында лидер:
Нурфәйез һәм Арыҫлан!
Командирлыҡ һәләттәрен
Атайҙарынан алған.
Аҡыллы фекер йөрөтөп,
Уйлап һөйләүселәр бар:
Искәндәр, Азамат, Артур,
Вадим, Баязит, Линар!
Фантазия байлығы ла
Бар ул был малайҙарҙа:
Нәзир, Самир һәм Диярҙа,
Бәхтиәр, Даниярҙа!
Рөстәм менән Рамаҙанда
Шәп хәтер һандығы бар.
Өйрәткәнде лә тиҙ генә
Отоп ала бит улар.
Барыһы ла – шәп малайҙар,
Күҙҙәр генә теймәһен.
Һәр көн һөнәрҙәре артһын,
Күп нәмәгә өйрәнһен.