+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙар-егеттәр үҙ ҡалаһын яҡлай

Беҙҙә йәштәр мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йорто була тороп, үҙебеҙҙә ҡалыуҙы артыҡ өнәп бармай. Перспектива юҡ бит, тип ебәрәләр. Бәлки, бер аҙ дөрөҫлөк тә барҙыр. Ысынлап та, һуңғы ун йыл эсендә генә ҡалабыҙҙа унлаған предприятие ябылды. Шуға күрә лә күпселек юғары белем алырға Рәсәйҙең эре ҡалаларына юллана һәм дипломлы булғас, тыуған яғына ҡайтыуҙы кәрәк тапмай. Шулай итеп, һанһыҙ сағыу тормошо, төрлөлөгө, мөмкинлектәре менән әүрәткес мегаполистар йәштәребеҙҙе йота бара. Тимәк, Сибай кеүек бәләкәй ҡала башлы, кәрәкле, йүнсел ҡыҙҙарын, егеттәрен юғалта…

Шулай ҙа беҙҙә һуңғы арала уҡыусы йәштәр әүҙемлек күр­һәтә. Ҡала хакимиәте ҡарамағында Йәштәр парламенты, мәҫәлән, һәр йәш кешене дәртләндереп, яҡшы башланғыстар­ҙы хуплап ҡына тора. Ул өлкән синыф уҡыу­сыларына киләсәккә дөрөҫ һөнәр һайлауҙа, юл күрһәтеүҙә лә булыша.
Быйыл ирекмәндәр әүҙем эшләй. «Тиңдәш» үҫмерҙәр клубынының «Феникс» ирекмәндәр клубы яҙ башланыу менән ҡала биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты. Бындай изге эшкә ҡушылырға теләүселәр күберәк булыр, тигән ышаныс бар.
Әле яңыраҡ ҡалала «Минең аҙымым» исемле төбәк форумы уҙғарылды. Унда Йәштәр парламенты ағзалары Азамат Байрамғолов, Мария Тарасова, Камила Билаловалар ҙа үҙҙәренең сираттағы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен индерҙе.
Форум ҡыҙыҡлы ғына үтте. Тәүге көндә асыҡ дискуссия майҙансығында буласаҡ һөнәр­ҙәр һәм йәштәрҙең эшҡыуарлығы буйынса тәҡдимдәр ҡаралды, тикшерелде. Артабан был сарала ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештә майҙансыҡтарҙа эшләне. Шулай уҡ йәштәр үҙҙәренең ҡыҙыҡлы бизнес проекттарын тәҡдим итеп, жю­ри ағзаларының, мәртәбәле ҡунаҡтарҙың, ҡала етәкселәренең мөһим фекерҙәрен ишетте. Әлеге ваҡытта мәктәптә белем алыусы ҡыҙҙар, егеттәрҙең уйланылған социаль эшҡыуарлыҡ буйынса ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле тәҡдимдәре, бизнес проекттары һоҡландыра. Күпселек, мә­ҫәлән, ҡаланы төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса бизнес-проекттар әҙерләгән. Әйткәндәй, Азамат Байрамғоловтың «Планетаны бергәләп ҡурсалайыҡ» исемле экологик проектында тотонолған батареяларҙы йыйыу тәҡдиме – бик кәрәкле эш, мөһим мәсьәлә. Ә бит тотонолған бармаҡ ҙурлығындағы был әйберҙәргә ке­ше организмына зарары әйтеп бөтөргөһөҙ күп. Сит илдә күптән инде уның кеше һаулығына зыянлығын баһалап, юҡ итеү ысулын тапҡандар. Аккумулятор элементында бул­ған ҡурғаш бөйөрҙәргә зарарлы икән. Шул уҡ ваҡытта нервы һәм һөйәк туҡымаларына ла кире йоғонто яһай.
Икенсе көндөң сараһы уйын формаһында барҙы. Унда мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Был ярышта Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Люциә Марс ҡыҙы Насипова етәкселегендәге команда «Йыл уҡыу­сыһы» проектын тәҡдим итеп, I урынға сыҡты.

Земфира ҒИРФАНОВА.

Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: