-14 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
18 Май 2018, 17:29
Юбилейың менән, «Ирәмәл»!
Уральск ауылындағы «Ирәмәл» балалар бейеү ансамбле ошо көндәрҙә үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Тамашаға халыҡ бик күп йыйылды. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙа байтаҡ ине. Байрам тантанаһы бик күңелле барҙы. Һәр сығышты тамашасы ҙур алҡыштар менән ҡаршы алды. Балаларҙың дәртле баҫып бейеүе һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Уральск ауылындағы «Ирәмәл» балалар бейеү ансамбле ошо көндәрҙә үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Тамашаға халыҡ бик күп йыйылды. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙа байтаҡ ине. Байрам тантанаһы бик күңелле барҙы. Һәр сығышты тамашасы ҙур алҡыштар менән ҡаршы алды. Балаларҙың дәртле баҫып бейеүе һәр кемдең күңеленә хуш килде.
«Ирәмәл» – халҡыбыҙҙың матур йолаларын, бейеүҙәрен өйрәнергә теләгән балаларҙы берләштергән ансамбль. Етәксеһе Әлфиә Нәжип ҡыҙы Ғарипова – талапсан, талантлы кеше. Уның төп маҡсаты – ансамблде һаҡлап ҡалыу, яңы таланттар асыу һәм уларҙы үҫтереү.
«Ирәмәл»дә мин өсөнсө йыл шөғөлләнәм. Үҙем Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәйем. Атай-әсәйемә рәхмәт инде, теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Ансамблдә ике төркөм эшләп килә. Мин Гөлиә һәм Фәнис Кәримовтар етәкләгәнендә бейейем. Башҡа тиҫтерҙәрем дә ансамблгә ҙур теләк менән йөрөй. Беҙҙе бейеү, сәхнә серҙәренә өйрәтәләр. Әйткәндәй, ансамблдең уңыштары ла бик күп. Үҙебеҙ ҡатнашҡан һәр конкурста төп приздарҙы ғына яулайбыҙ.
«Ирәмәл» балалар ансамблен юбилейы менән ихлас ҡотлайым, артабан да ижади уңыштар ғына юлдаш булһын. Дуҫтарыма, тиҫтерҙәремә, бейеү серҙәренә өйрәтеүсе апай-ағайҙарыбыҙға һаулыҡ-сәләмәтлек, яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйем.
Сөмбөл ЙОСОПОВА, V синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...