-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һағынып иҫкә алабыҙ

Бөйөк Ватан һуғышы башланып, илебеҙ яҙмышы хәл ителгәндә тылдағы бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, хатта балалар иңенә төшкән. Улар араһында минең ҡарт өләсәйем Хәлимә лә була. Ул 1924 йылдың 27 сентябрендә Төпсән ауылында донъяға килә. Атаһы заманына күрә бик уҡымышлы кеше булып, Стәрлебаш районынан указлы мулла сифатында Күгәрсен районына ебәрелә. Әсәһе балалар уҡыта. Власҡа коммунистар килгәс, муллалар эҙәрлекләнеп, атаһын төрмәгә оҙаталар. Бәхеткә, әсәһе бик белемле ҡатын булараҡ, ирен өс айҙа унан сығарып ала.

Ҡарт өләсәйемә 8 йәш тулғас, мәктәпкә бирәләр, ләкин бишенсенән ары уҡый алмай. 1937 йылда атаһы үлеп ҡалғас, әсәләре биш бала менән тороп ҡала. Балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә, ә ҡарт өләсәйем уға ярҙам итер өсөн 14 йәшенән һарыҡ ҡараусы булып эшкә урынлаша. 1939 йылда Хәсән тигән егеткә кейәүгә сыға. Улар 1 йыл да 3 ай ғына йәшәп ҡала, олатайым хәрби лагерға хеҙмәткә ебәрелә. Өс айҙан, 1941 йылдың 22 июнендә, һуғыштың беренсе көнөндә үк уны фронтҡа оҙаталар. Ҡарт өләсәйем менән хушлашып та өлгөрмәй. 1941 йылдың 11 ноябрендә уларҙың балалары – Сания инәйем донъяға килә. Үкенескә, олатайымды баш­ҡаса күреү насип булмай. 1942 йылдың ноябрендә уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ»ы килә. Ҡарт өләсәйем ҡыҙын, Хәсәнемдең төҫө, тип бик яратып, ҡәҙерләп үҫтерә. Өмөтөн һүндермәй, иренең ҡайтыуын көтә.
Тылдағыларға бик ауырға тура килә. Колхоз малдарын ҡарау, хужалыҡты алып барыу… «Сәғәт 4-тән тороп 16 һыйырҙы һауып, көтөүгә өлгөртә инем. Шунан һөт айыртып, май-ҡаймағын хөкүмәткә тапшырып, яланға эшкә китәм. Кистәрен һуҡыр шәм яҡтыһында фронттағыларға ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйбеҙ. Күпме генә серем итеп алғанбыҙҙыр, нисек йәшәгәнбеҙҙер инде. Аслыҡ-яланғаслыҡ үҙәктәргә үтте, аяҡҡа кейергә ни бары бер пар сабата, ҡыш көндәре эшләгәндә тубыҡтарыбыҙ туңа торғайны», – тип һөйләгән ҡарт өләсәйем. Уның намыҫлы эше бик күп хөкүмәт наградалары менән баһаланған.
Һуғыштан һуң тормош саҡ ҡына рәтләнеп, йөрәк яралары әҙерәк уңалғас, ҡарт өләсәйемә тағы ауыр ҡайғылар күтәрергә тура килә. Сания инәйем бик һылыу, уңған ҡыҙ булып буй еткерә. Тормошҡа сығып, дүрт малайға ғүмер бүләк итә. Ҡарт өләсәйемдең шатлығының сиге булмай. Тик тәүге ейәне үлеп ҡала. Ҡалған өсәүһен етем ҡалдырып, 32 йәшендә генә Сания инәйем үҙе лә ҡаты ауырыуҙан был донъяларҙан китеп бара. Бына шундай ауыр юғалтыуҙар кисерергә тура килә ҡарт өләсәйемә.
Ауылдың ихтирамлы ағинәйе булып, ул 1999 йыл­ға тиклем үҙенең икенсе ҡыҙында ғүмер кисерә. Беҙ уны йыш иҫкә алабыҙ.

Айгөл ИБРАҺИМОВА, VII синыф уҡыусыһы.

Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.

Читайте нас: