+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бейер өсөн тыуған ул

Бейеүсе кеше сән­ғәтте, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, халҡының йыр-мо­ңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мә­ҙә­ниәтен ихтирам итергә, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш, тип уйлайым. Атайым Азамат Фазлиәхмәт улы Нарынбаев та тап шундайҙарҙан.

Бейеүсе кеше сән­ғәтте, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, халҡының йыр-мо­ңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мә­ҙә­ниәтен ихтирам итергә, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш, тип уйлайым. Атайым Азамат Фазлиәхмәт улы Нарынбаев та тап шундайҙарҙан.
Ул 1970 йылдың ҡарлы-буранлы ғинуар айында Сөйөмбикә һәм Фазлиәхмәт Нарынбаевтарҙың ғаиләһенә шатлыҡ өҫтәп, кинйә малай булып донъяға килә. Ал­ты апаһы үҙен ҡурсалап ҡы­на тора. Мәктәпте яҡшы бил­дәләргә генә тамамлағас, Чехияла хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Унан һуң «Һәүәнәк» совхозында эшләй, 1991 йылда Күгиҙелдә клуб мөдире була.
Бала саҡтан «бейеү ене» ҡағылған атайым 1990 – 2005 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Бик күп конкурс, фес­тиваль, халыҡ-ара концерттарҙа ҡатнаша. 1997 йылда Бельгияла үткән «Берҙәмлек» фестивалендә, Ырымбур ҡалаһында, Мәскәүҙә Кремль һарайында концерттарҙа сығыш яһау бәхете тейә. Күп Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 1999 йылда әсәйебеҙ Альбина Камил ҡыҙын осратып, тормош ҡоралар. Әлеге мәлдә беҙҙе – өс ҡыҙҙы тәрбиәләйҙәр.
Ә хәҙер атайымдың үҙ «Осҡон» халыҡ бейеүҙәре ансамбле бар. Улар концерттарҙа йыш ҡатнаша. «Байыҡ» телевизион конкурсында ла үҙҙәрен һынап ҡарағандары бар.
Бейеү һәләте атайыма олатайымдан күскән. Ул да был шөғөлдө яратҡан. Атайымдың бер туған апайҙарының балалары ла – бейеүселәр. Өфө, Учалы, Баймаҡ ҡалаларындағы ансамблдәрҙә шөғөлләнәләр. Мин үҙем дә бейергә бик ныҡ әүәҫмен. Беҙ шундай матур, талантлы бейеүселәр ғаиләһендә үҫеүебеҙгә бик шатбыҙ. Атайыбыҙға шулай сән­ғәткә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Гөлфирә НАРЫНБАЕВА, X синыф уҡыусыһы.


Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас: