Ауыл китапханаһы менән мәктәп тығыҙ бәйләнештә. Әле күптән түгел генә бергәләп аҙналыҡ үткәреп ебәрҙек. Тәүге көндө икенсе синыф уҡыусылары (етәкселәре – Флүрә Яруллина) беҙгә килеп, Кеҫә телефоны көнөн билдәләне. Китапханала булған сараны «Телефонһыҙ бер көн» тип атаныҡ. Уҡыусылар ике командаға бүленеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Шиғырҙар, йырҙар, йомаҡтарҙы иҫкә төшөрҙө. Китаптар буйынса фекер алышты. Телефонһыҙ ҙа йәшәргә була икәненә беҙ уҡыусылар менән бергәләп инандыҡ.
Икенсе көн «Хаттар яҙҙым ултырып» исеме менән китапхана дәресендә өсөнсөләр (етәкселәре – Раушания Ғайсина) хат төрҙәре менән танышты, яҙыу серҙәрен өйрәнде. Рәми Ғариповтың һеңлеһенә яҙған хаты, Рауил Бикбайҙың «Халҡыма хат», Александр Пушкиндың «Татьянаның Онегинға яҙған хаты», һуғыш ваҡытында һалдаттарҙың яҡындарына яҙылған хаттары тураһында белделәр. Уларҙың «Сәләм хат» йәки «Хат башы – яҙ ҡаршы», тағы ла «Хаттар яҙҙым ултырып, аҡ ҡағыҙҙар тултырып», «Хатым китте, үҙем ҡалдым, илай-илай ултырып» тигән һүҙҙәр менән башланып китеүен дә ҡыҙыҡһынып тыңланы уҡыусылар. Балалар дүрт командаға бүленеп, бер-береһенә хат яҙып та ҡараны. Унан һуң үҙебеҙҙәге почта бүлексәһенә (етәксеһе – Гөлнәфис Сирусина) индек. Унда кескәйҙәр конверт, открыткалар тураһында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.
Шиғриәт байрамы ла ҡыҙыҡлы ғына үтте. Дүртенселәр дүрт командаға бүленеп, «Китапхана», «шиғыр», «яҙ», «уҡыусылар» һүҙҙәрен индереп, шиғыр яҙҙы. Ижади эштәр бик матур килеп сыҡты.
Ауыл китапханаһында саралар тамамланып та өлгөрмәне, Билал мәктәбендә «Башланғыс синыфтар аҙналығы» башланды. Уның бер көнө «Борон-борон заманда…» тип аталды. Икенсе синыф уҡыусылары Динә Хажиева, Эльвина Ғәбдрәшитова, Әлиә Йәнгилдина, Баязит Күсәрбаев матур итеп әкиәттәр һөйләне. Нурания Иҫәнъюлова үҙе яҙғанды уҡып ишеттерҙе. Дүртенселәр «Йомро-йомро йомғағым» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Артабан уҡыусылар «Был ниндәй әкиәттән?» исемле һорау-яуапта ҡатнашты. Тамашасылар менән уйын да уңышлы үтте. Улар бер-береһен уҙҙырып, һорауҙарға яуап бирҙе, бүләктәр ҙә алды. Иң аҙаҡ жюри ағзалары һүҙ алды. Беренсе урын өсөнсө синыфҡа бирелде, ә беренселәр – икенсе, икенселәр, дүртенселәр өсөнсө булды.
Аҙналыҡ барышында ойошторолған «Зирәктәр, тапҡырҙар, отҡорҙар», «Хазиналар утрауы», «Аҡылбайҙар һәм аҡылбикәләр» ярыштары ла балаларға бик оҡшаны. Һәр кем үҙ синыфы өсөн янып-көйҙө. Берәү ҙә һынатманы.
Матур саралар Билал мәҙәниәт йортонда уҡыусылар, уҡытыусылар, мәғариф ветерандары менән берлектә «Быуындар бәйләнеше» исемле концерт менән тамамланды. Ул балаларыбыҙҙың ни тиклем дәртле, мәҙәниәтле икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.