Әле бына апрель айында Мәскәү ҡалаһында уҙған мәртәбәле конкурста ҡатнашып, Гөлзифа Юлдашбаева исемле һылыу оло еңеү яулап ҡайтты. «Минең бәләкәй тыуған илем» тип аталған өс турҙан торған һынауҙы үтеү өсөн байтаҡ көс һалырға тура килһә лә, һынатманы. Район этабында уңышлы сығыш яһағандан һуң, республика кимәлендәге ярышҡа Өфө ҡалаһына юлланғас та: «Быйыл барыбер еңәсәкмен», – ти ул. Былтыр бәйгелә II урын яулаған булған, сәмләнеп ҡайтҡан, тимәк. Декабрҙә Өфөлә үткән сираттағы турға жюри итеп абруйлы этнографтар, фән кандидаттары саҡырылған. Улар алдында «Һай, был иҙеүҙәр!» тигән проект менән сығыш яһап, баһалама ағзаларының һорауҙарына теүәл итеп яуап биреп, үҙенең темаһын тулыһынса асып бирә ала. Гөлзифаның эшендә Ярат ерлегендә табылған боронғо иҙеүҙәрҙең тарихы ла, Көньяҡ Урал башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының был кейеме, уның биҙәлеше, заманса тегелгәндәре тураһында мәғлүмәттәр бар.
Республика кимәлендәге ярышта ла I урын яулаған яҙмаһы Мәскәү ҡалаһына сираттағы һайлап алыу турына ебәрелә. Шулай итеп, 39 эш араһынан 17-һе финалға үтеп, апрель аҙағында конкурстың һуңғы этабына юл ала Гөлзифа.
Башҡортостан Республикаһынан Мәскәүгә 4 бала саҡырыла. Улар төрлө секцияларҙа үҙ көстәрен һынап ҡарай. Гөлзифаның эше «Традицион мәҙәниәт» тип аталғанында тыңлана. Ҡыҙ был конкурсҡа тағы ла ентекләберәк әҙерләнә. Үҙ ҡулдары менән заманса һәм традицион иҙеүҙәр эшләй, башҡорт ҡурсаҡтарын кейендерә, улар тураһында ныҡлы мәғлүмәт туплай. Теккән әйберҙәрен һатып, аҡса эшләп тә ҡарай, килемдәрҙе һәм сығымдарҙы иҫәпләргә өйрәнә. Шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтенән иҙеүҙәр тураһында телгә алынған өҙөктәрҙе табып, анализлай, сағыштыра, һығымта яһай. Һөҙөмтәлә, конкурсҡа ныҡлы әҙерләнеп барған ҡыҙыҡайға жюри алдында сығыш яһауы еңелгә тура килә. Ул шулай уҡ баһалама ағзалары иғтибарына яңы ғына тегелгән иҙеүле күлдәгенә ҡыуанып, таҡмаҡ әйтеп тыпырлаусы ҡыҙыҡайҙы һынландырған «Ләүсәтин» бейеүен дә тәҡдим итә. Үҙенең сығышы ваҡытында аудитория менән бәйләнеш булдырырға ла, жюри менән әңгәмәләшергә лә, милли кейемле ҡурсағын федераль экология-биология үҙәгенә бүләк итергә лә өлгөрә ул. Әҙерлек бушҡа китмәй, педагогия фәндәре кандидаттарынан, музей хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия тарафынан яуған һорауҙарҙың һәр береһенә төплө яуап бирә алған ҡыҙыҡай был юлы ла еңеүсе тип табыла!
Күтәренке кәйефтә еңеүсе миҙалын тағып, «Океан» лагерына юллама тотоп, затлы бүләктәр менән ҡайтып төшкән уҡыусы өсөн Ярат мәктәбе уҡытыусыларының ҡыуанысы сикһеҙ. Ни тиһәң дә, Гөлзифа Рәсәйҙең Мәскәү, Ульянов, Төмән, Һамар, Ростов, Тверь, Иркутск, Новосибирск, Смоленск, Омск, Иванов, Белгород өлкәләренән һәм Коми, Удмурт Республикаларынан килгән конкурсанттар араһында башҡорт мәҙәниәтен сағылдырыусы берҙән-бер уҡыусы була. Йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе ныҡлап өйрәнгән, йөҙөк ҡашы булырҙай ҡомартҡыларҙы һаҡлауҙың, пропагандалауҙың мөһимлеген аңлаған уҡыусының баш ҡалабыҙға барып, милләтебеҙҙең данын арттырып ҡайтыуы – үҙе бер мәртәбә!
Һәләтле ҡыҙыҡай конкурста ҡатнашыу менән генә сикләнмәгән, Кремль майҙанында ла, Мәскәү-сити эргәһендә лә үҙенең дәртле «Ләүсәтин» бейеүен тамашасыларға бейеп күрһәткән.
Гөлзифа тағы ла үҙе менән Яңы йылда Ҡыҙыл майҙанда биҙәлә торған иң төп Кремль шыршыһының орлоҡтарын алып ҡайтҡан әле. Улар Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһының «Кремль шыршыһы балалары» проекты буйынса әҙерләнеп, матур ағас һауыттарға тупрағы менән бергә һалынып, тап ошондай һәләтле уҡыусыларға бүләк ителә икән. Ултыртылған шыршылар Рәсәйҙең экологик картаһында билдәләнеп ҡуйыла.
Әлбиттә, был эштең етәксеһе – әсәһе Миләүшә Азамат ҡыҙына ла, ҡурсаҡтарҙы кейендерешеүҙә, иҙеүҙәр эшләүҙә ярҙам иткән Дилара Камил ҡыҙы Йәнбирҙинаға ла оло рәхмәтле Гөлзифа. Уға артабан да уңыштар, тырышлыҡ, сәм һәм дәрт теләйбеҙ!