Моғайын, күптәрҙең бер минутҡа ғына булһа ла үҙҙәрен Президент итеп күҙ алдына килтереп ҡарағандары булғандыр. Ләкин бөтә кеше лә был вазифаны биләй алмай, сөнки ул – ил башлығы, етәксе, әйҙәп барыусы ғына түгел, ә бөтә халыҡтың йөҙө лә. Бар милләт халҡы үҙенә ҙур өмөттәр бағлай, ышана. Шуға күрә тик үтә яуаплы, илһөйәр, тоғро, талапсан кеше генә ил башлығы була ала.
Санкт-Петербург ҡалаһында үткән «Әгәр ҙә мин Президент булһам» тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсының һуңғы этабында илебеҙҙең 85 төбәгенән 30 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты. Конкурс дүрт номинация буйынса барҙы: эссе, һүрәт, видеоролик һәм проект.
Бәйгенән беҙҙең Иҫке Собханғол мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Икенсе этапҡа Айгизә Иҫәнғужина, Тимур Хоҙайбирҙин, Наил Һөйәрғолов (етәкселәре – Н. М. Ғәлиева), Айтуған Аҙанғолов (етәксеһе – А. М Вәлиәхмәтова), Искәндәр Ғәбитов (етәксеһе – Г. К. Ғәбитова), Ғаян Ишмөхәмәтов (етәксеһе – Ф. Ш. Малаҡаева) үтте.
Ә инде VI синыфтан Айгизә Иҫәнғужинаға Санкт-Петербургҡа барып, эссе номинацияһына яҙылған эшен яҡлап ҡайтырға насип булды.
Беренсе көндә ҡатнашыусылар ҡунаҡханаға барып урынлашһа, иртәгеһенә иһә оҫталыҡ дәрестәре, конкурс эштәрен яҡлау, ҡаланың күренекле урындары буйынса сәйәхәт ойошторолдо. Өсөнсө көндө инде бәйгеселәрҙе бүләкләү һәм сараны ябыу тантанаһы үткәрелде.
Ҡыҙға Санкт-Петербург ныҡ оҡшаған.
– Әлбиттә, юл йөрөү әҙерәк арытһа ла, ошондай матур, үҙенсәлекле архитектура ҡомартҡыларына бай, мәҙәниәте менән айырылып торған тарихи ҡаланы күреү минең өсөн бик шатлыҡлы булды. Мәҙәни программаға ингән бөтә саралар ҙа бик ҡыҙыҡлы ине. Мин үҙем өсөн бик күп яңылыҡ белдем, иҫтәлекле урындар менән таныштым. Бәйгегә әҙерләнгәндә һәр саҡ ярҙам иткән атайыма, әсәйемә, шулай уҡ уҡытыусым Нурзилә Мозафар ҡыҙына һәм Нәфисә Әнүәр ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Конкурс миңә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Ошондай фәһемле, матур саралар тағы ла күберәк булһын ине, – ти Айгизә.