-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

«Йәншишмә»лә күңелле!

Көндәр бер аҙ болоҡһоп тор­һа ла, кәйефтәре шәп балалар­ҙың. Шулай булмай ни, «Йәншишмә» исемен йөрөткән лагерға йөрөүсе ҡыҙҙар, малай­ҙарҙың ялы күңелһеҙ үтеүе һис мөмкин дә түгел!

Көндәр бер аҙ болоҡһоп тор­һа ла, кәйефтәре шәп балалар­ҙың. Шулай булмай ни, «Йәншишмә» исемен йөрөткән лагерға йөрөүсе ҡыҙҙар, малай­ҙарҙың ялы күңелһеҙ үтеүе һис мөмкин дә түгел!

– Гәзит исемен ҡушҡанға ун йыллап бар инде. «Йәншишмә»не яратып уҡығанға уны ла шулай атарға булдыҡ, – ти Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай мәктәбе ҡарамағындағы лагерҙың етәксеһе Зимфира Сәйетова. Бында дүрт отрядҡа бүленеп, 65 бала рәхәтләнеп ял итә. Заманға яраҡлаштырып, «Динамит», «Йәштәр», «Шәп йәш елкенсәк», «Пионер билмәндәре» исемдәрен дә үҙҙәре уйлаған. Балаларҙың көндәре фай­ҙалы ла, мауыҡтырғыс та үтһен өсөн 10 тәрбиәсе бар көсөн һалып, тырышып эшләй.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә «Йәншишмә» лагерын асыу тантанаһы менән бергә ата-әсәләр форумы үткән. Унда мәктәп директоры Рауил Әхмәҙи улы Сәлихов уҡыусыларҙы байрам менән ҡотлап, мәктәп тормошонда, район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашыусы уҡыусыларға, уҡытыу­сыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырған.
Шулай көн һайын төрлө саралар ойошторола. Балалар һәләттәрен һәр яҡлап күрһәтә алһын өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Мәҫәлән, «Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!» конкурсы ғына әллә күпме яңы исемдәр асырға ярҙам иткән. Отряд ағзалары йырлап, бейеп кенә түгел, оҫта итеп әкиәт һөйләп тә таң ҡалдырған. Ә бына Ғәлим Сәлихов кубик-рубикты бер нисә секундта йыйып, барыһын аптыратҡан. Маладис!
«Башҡортса ритайым», флешмобтарҙы балалар бигерәк көтөп ала. Үҙебеҙҙең милли уйындарыбыҙҙы ла мауығып уйнай­ҙар. Ә алда уларҙы тағы күпме иҫтәлекле ваҡиғалар, сәйәхәттәр көтә. Ялығыҙ матур үтһен, балалар!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Читайте нас: