+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра

– Һеҙ өйҙәме ул?– Юҡ, еләктә…– Юҡ, бәшмәктә…Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта өйҙә нисек кенә ултырып сыҙаһын инде кеше. Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәгән Зәйнәб һәм Марс Нур­ғәлиндар ҙа шулай. Ауыл ерендә аҡса эшләү юлын һәр кем үҙенсә таба. Ә Нурғәлиндар еләк-емеш, бәшмәк йыйып һата.

– Һеҙ өйҙәме ул?

– Юҡ, еләктә…

– Юҡ, бәшмәктә…

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта өйҙә нисек кенә ултырып сыҙаһын инде кеше. Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәгән Зәйнәб һәм Марс Нур­ғәлиндар ҙа шулай. Ауыл ерендә аҡса эшләү юлын һәр кем үҙенсә таба. Ә Нурғәлиндар еләк-емеш, бәшмәк йыйып һата.
– Был кәсепкә ҡасан тотонғаныбыҙҙы ла иҫләмәйбеҙ инде, – ти улар. Икеһе лә ваҡытында совхозда эшләй. Аҙаҡ Зәйнәб апай, хаҡлы ялға сыҡҡансы, һатыусы була. Өйҙә эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәгән уңған ҡатын Ҡолсора ауылында «Колибри» тегеү цехы асылыу менән йәнә эшкә сыға. Бер йыл элек Билалда ла шундай цех асылғас, оҙаҡ уйлап тормай, шунда бара. Үҙ эшенең оҫтаһы булыуын хужалар ҙа күрмәй ҡалмай. Йыл йомғаҡтары бу­йынса Зәйнәб апай «Иң яҡшы тегенсе» исемен яулай. Тормош иптә­ше Марс ағай, совхоз тарҡалғас, шәхси машинаһында халыҡ­ҡа такси хеҙмәте күрһәтә.
Шул арала еләк-емеш йыйып һатырға ла өлгөрә улар. «Йыбанмай ғына йөрөһәң, мул табыш алырға мөмкин», – ти уңған ауылдаштарым.
– Был кәсеп һеҙгә күпме табыш килтерә? – тип ҡы­ҙыҡһынам.
– Емеш-еләк уңған йылды бер йәйҙә генә алтмыш, етмеш мең һум эшләйбеҙ, – ти Нурғә­линдәр.
Анһат аҡса табалар, урманда үҫкән әҙер еләкте иртәнсәк барып йыялар ҙа ба­ҙарға сығара ла һаталар, ти бәғзеләр. Тик, беҙ уйлағанса, анһат түгел ул аҡса эшләүе. Күпме тырышлыҡ, түҙемлек, сослоҡ кәрәк. Ошо сифаттарҙың барыһы ла булған өсөн еләк-емеш һатыу эшенә тотонған да инде улар. Тәбиғәтебеҙ мәрхәмәтле, бер нәмәһен дә йәлләмәй. Тик тырышлыҡ, урмандарыбыҙ, яландарыбыҙға ҡарата ихтирамлы булырға ғына кәрәк.

Райхана БУЛАТОВА.


Баймаҡ районы, Билал ауылы.
Читайте нас: