+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Октябрь 2018, 16:00

Батыр рухы алға әйҙәй

Башҡорт халҡының тарихында күренекле урындарҙы алып торған данлы шәхестәр бихисап. Ҡараһаҡал, Алдар, Күсем батырҙар, Салауат, Юлай, Кинйә, Ҡаһым түрә кеүек халҡы күңелендә мәңгегә ҡалған ҡыйыу ир-егеттәр, ысынлап та, булған, йәшәгән, көрәшкән. Үҙҙәре һәләк булһалар ҙа, исемдәрен үлемһеҙ иткәндәр.

Башҡорт халҡының тарихында күренекле урындарҙы алып торған данлы шәхестәр бихисап. Ҡараһаҡал, Алдар, Күсем батырҙар, Салауат, Юлай, Кинйә, Ҡаһым түрә кеүек халҡы күңелендә мәңгегә ҡалған ҡыйыу ир-егеттәр, ысынлап та, булған, йәшәгән, көрәшкән. Үҙҙәре һәләк булһалар ҙа, исемдәрен үлемһеҙ иткәндәр.
Мәктәптә уҡып, белем үрҙәрен яулай башлағас та танышҡан, беҙҙе үҙенең ҡаһарманлығы менән һоҡландырған тағы бер батырыбыҙ бар. Ул – Урал батыр. Дөрөҫ, ҡылған эштәрен асыҡлаған бер документ та, шәжәрәһен төҙөргә иҫән ҡалған нәҫел тармағы ла юҡ. Ул бары тик башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады аша беҙҙең күңелдәребеҙгә килеп ингән, халыҡ хыялындағы образ. Үҙен утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ Аҡбуҙатҡа атланған батыр һәм изге күңелле, ярҙамсыл, көслө башҡорт егете итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит ниндәй генә башҡорт әкиәттәрен уҡыһаң да, был образға баш­ҡа геройҙар тиңләшә алмай кеүек тойола.
Минең аңымда ул бер ысын, мәңге тере кеше булып мәктәптә уҡый башлағандан алып йәшәй. Ләйсән апайым IV синыфта «Урал батыр» ҡобайырын ятлай башлағайны. Бер мәл әсәйем «Урал батыр» эпосы тулыһынса бирелгән китапты өс дана һатып алып ҡайтты. «Һәр бере­геҙгә – берәр», – тине. Беҙ шул тиклем шатландыҡ, үҙебеҙҙең Урал батырыбыҙ булды бит! Ләйсән апайым йәйге каникулда тырышып ҡобайыр­ҙы ятлауын дауам итте. Бәлки, конкурсҡа алып барырҙар, тип өмөтләнеп, дәртләнеп китте. Уның ыңғайына мин дә тотондом. Шулай уҡыр­ға төшкәнсе – 100, ә Ләйсән апайым 350 юл ятлағайныҡ. Мәктәптә уҡыу­ҙар башланғас та был эшебеҙҙе туҡтатманыҡ, әҙ генә буш ваҡытыбыҙ булыу менән бер-бер артлы яттан һөйләргә тотонабыҙ. Яңылыш­һаҡ, әсәйебеҙ төҙәтеп ебәрә. Ул, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, ҡобайырҙың күп өлөшөн үҙе лә яттан белә.
Шулай итеп, ваҡыт үтә торҙо, Урал батыр беҙҙең ғаиләбеҙҙә, тормошобоҙҙа үҙ урынын ышаныслыраҡ биләй барҙы. Һәр йәй ялыбыҙ «Урал батыр» ҡобайырын уҡый-уҡый, ятлай-ятлай үтә ине. Өләсәйебеҙҙең бейек һикеләре сәх­нә кеүек: алмашлап менеп баҫып, тасуири итеп һөйләргә өйрәнәбеҙ. Бәрәңге баҡсаһында сүп утағанда тирә-яҡ яңғырап тора. Беребеҙ туҡтаһа, икенсебеҙ дауам итә. Күрше-тирәләгеләр беҙҙе тыңлай-тыңлай эшләй.
Икенселә уҡып йөрөгән Илдар туғаным ҡайһы бер өндәрҙе һаҡауыраҡ итеп, тотлоғоп әйтә. «Р» өнө лә килеп сыҡмай ыҙалата. Логопедик күнекмәләргә йөрөһә лә, фай­ҙаһы булманы. Шунан әсә­йем уның өсөн «Күк бүре» тигән шиғри хикәйәт яҙҙы. 46 юлдан торған әҫәрҙе ятлау һәм өндәрҙе дөрөҫ әйтеү өсөн күп көс түкте. Шулай Илдар баш­ҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп, бик оҫта, тасуири итеп яттан һөйләргә өйрәнде. Ошонан һуң ул да «Урал батыр»ға тотон­до. Дүртенсе туғаныбыҙ – 6 йәшлек Лилиә лә, беҙгә ҡушылып, 100-ҙән артыҡ юлды ятҡа белә. Илдар бөтәбеҙгә ҡарағанда ла матурыраҡ һөйләй. Бәлки, Урал батыр образының кө­сө егет кешегә нығыраҡ тәьҫир итәлер.
2017, 2018 йылдарҙың йәйендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурс­тарында ҡатнашып, беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы III урын яуланы. Уны сәхнәләштереүҙә туғаным Илдар ҙа, мин дә сығыш яһаныҡ.
«Урал батыр»ҙы өйрәнеп, беҙ ундағы ваҡиғаларға бәйле тарихи урындар, башҡорт халҡының үткәне менән танышабыҙ, хәҙерге көндә йәш быуынға еткерелеү юлдары менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Иң ҡыуаныслыһы – беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектында «Урал батыр» эпосына бәйле өс һын барлыҡҡа килде.
Ҡобайырҙы ятлауҙы әле лә дауам итәбеҙ. Ҡайҙа барһаҡ та, Урал ба­тыр беҙҙең менән! Ауылға ҡайтыр­ға сыҡһаҡ, машинала әсәйемдең флеш­калағы яҙмаһына ҡушылабыҙ: йә хор менән (бишәүләп бергә һөйләйбеҙ, хатта дүрт йәшлек ҡус­тым да), йә берәү башлай, ә икенсебеҙ дауам итә. Кире ҡайтҡанда ла шулай ҡабатлайбыҙ.
«Урал батыр»ҙы ятлау барышында Илдар туғаным әллә күпме шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып, I урындар яуларға өлгөрҙө. Ғөмүмән, яттан һөйләү, күп уҡыу телмәрҙе матурлағанын, башҡортса һөйләшергә ярҙам иткәнен хәҙер беләбеҙ инде.
Күптән түгел Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы Илһам Байбулдин ағайҙан думбыра, дөңгөр эшләтеп алып ҡайтып, әсәйем барыбыҙҙы ла шатландырҙы. Ул хәҙер беҙҙе лә уйнарға өйрәтә. Батыр образы сығышыбыҙҙа асығыраҡ, тулыраҡ кәүҙәләнһен өсөн боронғо музыка ҡоралдары менән бергә баш­ҡарырға ҡурайыбыҙ ҙа бар: уныһы – Илдарҙыҡы.
Урал батыр образы менән бергә йәшәү күңелле! Уның исеме, рухы беҙҙең менән. Ғаиләбеҙҙең лайыҡлы бер ағзаһы кеүек, күңелебеҙгә инеп урынлашҡан да, үҫергә, көрәшергә, еңергә көс һәм сәм биреп, гел алға әйҙәй ул.

Ләйлә ТИМЕРҒӘЛИЕВА, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.
Читайте нас: