-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Октябрь 2018, 13:51

Республика көнөнә арнап

Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап беҙҙең 122-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы Насретдинова һәм уңың өсөнсөләре менән бик матур байрам ойошторҙоҡ. Ул 47-се моделле балалар китапханаһында уҙҙы.

Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап беҙҙең 122-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы Насретдинова һәм уңың өсөнсөләре менән бик матур байрам ойошторҙоҡ. Ул 47-се моделле балалар китапханаһында уҙҙы.
Тәүҙә 11 октябрҙә ни өсөн Баш­ҡорт­остандың тыуған көнө билдәләне­үен аңлатҡандан һуң, төрлө уйындар башланды. Кескәйҙәр ихлас ҡатнашты.
Уҡыусылар менән тылсымлы һарыҡ йөнөнән баҫтырылған боронғо балаҫҡа ултырып (уны мин Әбйәлил районы Әүмеш ауылында йәшәгән әсәйем Флүрә Фәйзулла ҡыҙынан алып килдем), ҡурай сәскәһенә барып еттек. Ә уның ете тажында беҙгә ете эш йөкмәтелгән ине. Балалар бик тырышып үтәне.
Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, милли аштары тураһында төплө белем алдылар. Башҡортостандың ҡалаларын һанап киттеләр, символикаһы тураһында һөйләнеләр. Ҡы­ҙыҡһынып тыуған яҡ тәбиғәте, ҡырағай хайуандары хаҡында әңгәмәләштеләр, йомаҡтар сис­теләр.
Ангелина Төхвәтуллина, Данис Насретдинов, Дарина Шонгурова, Рамаҙан Бикмәтов Башҡортостан тураһында тасуири итеп шиғыр һөйләне, ә Булат Юнысов баянда «Хәтирә» көйөн уйнап ишеттерҙе. Баш­ҡорт халыҡ уйыны «Сума өйрәк, сума ҡаҙ» менән таныштылар һәм бергәләп уйнап та алдыҡ.
Уҡыусылар Башҡортостан тураһында күпте белеп ҡалды, тип уйлайым. Тантананы китапхана буйлап сәйәхәт менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Башҡорт телендә яҙылған китаптарҙан, «Йәншишмә» гәзите, «Аҡбуҙат» журналдарына арнал­ған күргәҙмә лә ойошторолдо. Байрамдан бөтәһе лә ҡәнәғәт булып таралышты.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: