+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Октябрь 2018, 13:34

Ысын ир-егет өлгөһө

Ишембай районының иң йәмле бер төйәгендә Урал тауҙарының ҡуйынына ғына һыйынып ултырған бәләкәй генә Һәргәй ауылы Башҡортостан картаһында күрһәтелмәгән дә. Күп баш­ҡорт ауылдары кеүек, ул киләсәкһеҙ булған һәм бөтә барған. Һәргәй борондан эшһөйәр, уңған кешеләре менән дан тот­ҡан. Тик урман эшкәртеү комбинаты ябылып, эшһеҙ ҡалғанлыҡтан, күп ғаиләләр күсеп китә башлаған. Бына шул ваҡытта Мансур бабай Вәлитовтың Салауат ҡалаһында йәшәгән Фәрүр исемле улы тыуған ауылына күсеп ҡайта. Бер төркөм ир-егеттәрҙе туплап бригада булдыра һәм ағас эшкәртеү цехы асып ебәрә. Үҙе ауылдың иң осона, урманға терәтеп тиер­лек йорт һала. Ике балаһы менән кәләшен дә алып ҡайтып, дәртләнеп донъя көтә башлай­ҙар.

Хәҙер инде был ваҡиғаларға 25 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Фәрүр бабай ауылда ғына түгел, Ишембай районы һәм ҡалаһында билдәле һәм хөрмәтле шәхес. Ул ауылдаштары, райондаштары өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡара. Тиҙ арала мәсет һалыу мәсьәләһен дә хәл итеп ҡуйҙы. Өлкәндәргә барып дини йолаларҙы үтәү, йәштәргә әхлаҡ тәрбиәһе биреү өсөн үҙенә күрә бер мәҙәни усаҡ булдырҙы. Әле Һәргәйҙән Стәрлетамаҡ – Белорет трактына тиклем арала юл эшләтеп, асфальт һалдырыу маҡсатын тормошҡа ашыра. Уның ағас эшкәртеү, таҡта ярыу цехтары ла бар. Шундағы эшселәр яҡын-тирә ауылдарҙы таҡта, ағас менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, бура бурап, йорттар һалып та бирә. Ә улар­ҙың матурлығы! Тәҙрәләр, йорт ҡыйыҡтары төрлө биҙәктәр менән һырлап эшләнгән.
Һәргәйҙә күп йорттарҙы Фәрүр бабай егеттәре төҙөгән. Бөтөүгә ҡарай юл тотҡан бәләкәй ауылға хәҙер күптәр кире күсеп ҡайтып, йорттар һалып инеп, матур итеп донъя көтә башланы. Ир-азаматы әле яңынан клуб һалыуҙы юлға һала. Ауыл советы депутаты булараҡ, Фәрүр бабай эргә-тирәлә буш ятҡан ерҙәрҙе – элекке колхоз баҫыуҙарын халыҡҡа бесәнлек итеп юллап алыуға өлгәшә. Ауылдаштары өсөн ысын мәғәнәһендә оло терәк, ярҙамсы ул.
Яңғыҙ ҡалған ҡарттарҙың ихаталарын, таҡта, бағаналарын килтереү генә түгел, бер тин хаҡ алмайынса эшләп тә бирәләр. Берәй документ юлларға кәрәк булһа ла, ысын күңелдән ярҙам итә. Шуға ла инде Һәргәй ауылы Ишембай районында бер нисә тапҡыр «Иң матур ауыл» конкурсында еңеүсе булып танылды. Ә Фәрүр бабай районыбыҙҙың Почётлы гражданины исеменә лайыҡ булды. Уның өлгөһөндә ситтә йәшәүсе алты ағай-ҡустыһы, бер апаһы ла күсеп ҡайтып, йорттар һалып, ғаилә усаҡтарын нығытты.
Бына шундай һәйбәт, ярҙамсыл, булдыҡлы эшҡыуар, тыуған яғын яратҡан, уның тураһында хәстәрлек күргән, ерҙең ысын хужаһы булған кеше йәшәй беҙҙең яҡта. Тормошта Фәрүр бабай кеүектәр күберәк икән, йәшәү йәмлерәк, еңелерәк бу­ла бит. Тирә-йүндәгеләрҙең һинең турала һоҡланып, хөрмәт итеп: «Әлдә һин бар әле», – тип әйтеүен ишетеү ҙур бәхеттер ул.
Ысын ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш, тиҙәр бит. Ә мин тағы ла: «Халҡы өсөн дә йәшәргә тейеш», – тип өҫтәр инем. Өләсәйем Фәрүр бабай тураһында һөйләгәс, минең күңелемдә лә ауылда шундай матур йортта йәшәү, һәр иртәлә тәҙрәңдән йәшел тауҙарҙы, улар артынан ҡалҡҡан ҡояшты күҙәтеү теләге хыял булып бөрөләнә башланы. Ә хыялдарҙы тормош­ҡа ашырыу беҙҙең үҙебеҙҙең ҡулда. Назар Нәжми ши­ғырындағы кеүек:
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән
Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер…

Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА, Х синыф уҡыусыһы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.
Читайте нас: