Бер иҫке генә фотоһүрәттә үҙемдең ҡарт олатайымдарҙы күреп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Бик күп йылдар элек төшөрөлгән ул. Француздарҙы еңгәндән һуң 100 йыл үткәс, Ырымбур ҡалаһында ейәндәренә ошо юбилей айҡанлы миҙал тапшырыла. Унда минең әсәйем яҡлап олатайым Кәлимулла Ибраһимов, ә атайым яғынан Әхмәткирәй Хамматов олатай ҙа була.
Аҙаҡтан күмәкләшеп сәй табыны артында үҙебеҙҙең тәьҫораттар менән уртаҡлаштыҡ. Был күңелле сәйәхәт барыбыҙҙың күңеленә хуш килде. Тағы ла килергә, тип һүҙ ҡуйышып ҡайтып киттек.
Октябрҙә ҡалала Республика көнөнә арналған экологик акция үтте. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы, яҙыусылар, ветерандар ойошмаһы менән берлектә Мәжит Ғафури скверында ағас ултырттыҡ. Был көндө яҙыусылар ойошмаһы ағзалары өмәлә ҡатнашыусыларға тыуған яғыбыҙға, республикабыҙға арналған шиғырҙарын уҡыны. Мин дә Зөлфиә Ханнанованың «Аманат» һәм «Тел ҡөҙрәте бирсе, Хоҙай, халҡым өсөн» шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙем.
Байрам уңайынан үткәрелгән был саранан беҙ рухланып ҡайттыҡ. Киләсәктә үҙебеҙ ултыртҡан йүкә, ҡарағай үҫентеләре әсе елдәргә, һыуыҡтарға бирешмәй, көслө булып үҫер, киләсәк быуынға иҫтәлеккә ҡалыр, тип ышанабыҙ.