Әнүәр Бикчәнтәев балалар өсөн матур әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған күренекле яҙыусы. Уның бик күп хикәйәләре, повестары, романдары бар. «Нисә йәш һиңә, комиссар?», «Ҡариҙел тулҡындары», «Бөркөт һауала үлә» тигән хикәйәләрен беләм. Ә минең күңелгә айырыуса «Илсе ҡыҙы» тигән әҫәре яҡын.
Билдәле яҙыусының тыуыуына 105 йыл тулыуға арнап, беҙҙең синыфта, «Бикчәнтәев уҡыуҙары» республика акцияһы сиктәрендә, китапханасы Рәхимә Мусина «Илсе ҡыҙы» повесы буйынса «Һиндостанда Шәүрә һәм Муса менән бергә» тигән бик матур сара уҙғарҙы.
Беренсе дәрестә повестан өҙөктәрҙе ҡысҡырып уҡыу ойошторолдо. Беҙгә ундағы геройҙарҙың Һиндостан джунглиһында булған мажаралары бик оҡшаны. Шәүрә, Муса, Лал-Лас урынында булһаҡ, нимә эшләр инек, тип әңгәмә ҡорҙоҡ. Өйгә эш итеп, «Илсе ҡыҙы» повесы буйынса инша яҙырға йәки һүрәт төшөрөргә бирелде.
Икенсе көндө иһә иншаларҙан өҙөк уҡыныҡ, һүрәттәребеҙҙе ҡараныҡ. Китапханасы Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙы акция өсөн генә тәғәйенләп Әнүәр Бикчәнтәев төшөрөлгән Маҡтау ҡағыҙы әҙерләп килтергән ине.
Азалиә Ғәлина, Нурмөхәмәт Дарманов, Раксана Ҡужәхмәтоваларҙың ижади эштәре бигерәк шәп килеп сыҡҡайны. Айзилә Сафуанова, Илназ Ғайсин, Рифат Сәйетғәлин, Инйәр Зәйнуллин, Әҙилә Ғәлиуллина, Эльвира Ғәлиастанова, Дияр Ильясов, Алина Хәмзиналарҙың һүрәттәре лә һоҡланғыс ине.
Тәмлекәстәр менән дә һыйланылар беҙҙе. Әҫәр буйынса викторина уҙғарылды. Һорауҙарға бөтәбеҙ ҙә ихлас яуап бирҙек.
Синыфыбыҙҙа повесты тулыһынса уҡыу теләге уянды. Был әҫәр, ысынлап та, кешене изгелеккә, ауыр хәлдән нисек ҡотолорға, дөрөҫ юл табырға өйрәтә.
Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙына синыфыбыҙ һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина исеменән фәһемле дәрес өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Тиҫтерҙәремдең барыһына ла был повестыуҡып сығырға кәңәш итәм.
Ралина МОСТАФИНА, VI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.