+30 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Ноябрь 2018, 14:39
Шағирәне осрашыуға саҡырҙыҡ
Гимназиябыҙға билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Әлфиә Әсәҙуллинаны осрашыуға саҡырҙыҡ. Ул үҙенең бала сағы, мәктәп йылдары, тәүге ижад емештәре хаҡында бик тәфсирләп һөйләне.
Гимназиябыҙға билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Әлфиә Әсәҙуллинаны осрашыуға саҡырҙыҡ. Ул үҙенең бала сағы, мәктәп йылдары, тәүге ижад емештәре хаҡында бик тәфсирләп һөйләне.
Әлфиә апайҙың «Ҡояшҡа таж кейҙерәм» исемле китабы уҡыусыларға таныш инде, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Балалар күңеленә ятышлы, еңел һәм тәрбиәүи көскә эйә шул әҫәрҙәре.
II «А» һәм III «А» синыфы уҡыусылары донъяны танып белергә, тыуған еребеҙҙе яратырға, беҙҙе уратып алған хозур тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл булырға өйрәткән шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Ә «Берҙәмлектең аждаһаны еңгәне» әкиәтен сәхнәләштереп, үҙҙәренең артислыҡ һәләттәрен күрһәттеләр. Афариндар! Ошо уңайҙан балалар менән эшләүгә көсөн йәлләмәгән синыф етәкселәре Гөлсиә Фәрит ҡыҙы Хужәхмәтоваға ҙур рәхмәт әйтеп үтке килә.
Әлфиә Әсәҙуллинаның әлеге көндә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә балалар әҙәбиәте бүлеге етәксеһе булып эшләүен белеү ҙә бик ҡыҙыҡлы булды. Саҡырыуҙы ҡабул итеп, икенсе йылға нәшриәткә экскурсияға барырға ниәтләне беҙҙең ҡыҙыҡһыныусан гимназистарыбыҙ.
Китапханабыҙҙа Әлфиә апайҙың тормошо, ижадына бағышланған күргәҙмә лә ойошторолғайны. Унда уҡыусылар шағирәнең әҫәрҙәре менән дә танышып өлгөрҙө.
Кисә аҙағында балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарын бирҙе һәм тулы яуаптар алды. Осрашыу иҫтәлеге итеп Әлфиә Нәжип ҡыҙы китаптарын бүләк итте. Бөтә уҡыусылар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ үҙенә. «Күберәк ҡыҙыҡлы, фәһемле китап уҡығыҙ, белемле булығыҙ», – тигән теләктәрен еткереп, яҡшы кәйеф менән ҡайтып китте ҡунағыбыҙ.
Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?