-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яуымбайҙарҙың оло ҡыуанысы

Яңыраҡ районыбыҙҙа бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Байназар мәктәбе Яуымбай филиалының мәктәпкәсә төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр өсөн заманса матур итеп йыһазландырылған балалар баҡсаһы капиталь төҙөкләндереүҙән һуң асылды. 15 урынлыҡ баҡса иҫке­рәк бинала 1988 йылдың октябрендә эшләй башлаған. 2016 йылдың 11 ғин­уарынан Яуымбай филиалының «Йәйғор» мәктәпкәсә төркөмө итеп үҙгәртелә. Ошо мәлдән Байназар мәктәбе баҡсаны үҙ ҡанаты аҫтына ала.

Яуымбай филиалын Ишморат Марат улы Муллағолов етәкләй. Был эшкә ул күптән түгел генә тәғәйенләнһә лә, баҡсаның яңы бинаһын сафҡа индереү өсөн өлкән тәрбиәсе Ләйсән Азат ҡыҙы Медаева менән берлектә ҙур тырышлығын һала. Коллектив бер­ҙәм, мәктәп-баҡса хеҙ­мәт­кәр­ҙәренең, Яуымбай ауылы ата-әсәләренең ошондай олуғ эштә әүҙемлеген, егәрлелектәрен, бер-береһен ихтирам итеүҙәрен айырыуса билдәләп үтергә кәрәк.

Бөтә заманса уңайлыҡтары булған 35 урынлыҡ матур балалар баҡсаһы бинаһы сафҡа индерелеүе районыбыҙ тарихы биттәренә сағыу ваҡиға булып яҙылды. Йыйылған халыҡтың йөҙөндә йылмайыу, ҡыуаныс сатҡылары күренә ине. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Булат улы Шәрипов баҡса буйлап экскурсия ойошторҙо. Ҡунаҡтар санитар-гигиена талаптарына яуап биргән заманса йыһазлы уҡыу, уйын, йоҡо, ашхана, йыуыныу бүлмәләре менән танышты. Унан һуң ҙур залға үтеп, балаларҙың концертын ҡарап, етәкселәр ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, байрам айҡанлы бүләктәрен тапшырҙы.

Бына шундай бик матур сарала ҡатнашып, ҡыуанып ҡайттыҡ беҙ. Яуымбайҙар­ға: «Афарин!» – тиергә ҡала. Эшләргә теләгән юлын таба, теләмәгәне – сәбәбен, тигән әйтемдең дөрөҫлөгөнә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Эйе, «Йәй­ғор»ҙа ҙур теләк менән эшләп йөрөүсе хеҙмәткәрҙәргә – уңыштар, ә сәхнә түренән оло хәстәр өсөн ағай-апайҙарға рәхмәттәр әйтеп тороусы шат балаларға имен бала саҡ, матур, бәхетле көндәр, һәр саҡ ҡыуаныслы тауыштары яңғырап тороуын теләйек.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

Бөрйән районы.
Читайте нас: