-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Юлдаш та, серҙәш тә ул

Эйе, тап шулай. Яңыраҡ гимназиябыҙҙа үткән «Башҡорт йыры» бәйгеһе лә нәҡ ошо турала һөйләй. Уның беҙҙә беренсегә уҙғарылыуы. Төп маҡсаты – балаларҙың һәлә­тен асыу, рухи байлыҡтарын, сәнғәткә һөйөүен арттырыу, башҡорт йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йырсыларыбыҙҙы танытыу һәм телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә ҡыҙҙар-егеттәр бер ҙә һынатманы.

Бәйге өс турҙа ҡаралған. Тәүгеһендә ҡатнашыусылар һаны 41 ине. Киләһе турға 24 бәйгесе сыҡты. Унда иң-иңдәр, йәғни һайлап алыу турын уңышлы үткәндәр генә ҡатнашты.

Бәйге булғас, еңеүселәре лә була. Уларҙы абруйлы жюри ағзалары билдәләне. Кемдәр, тиһегеҙме? Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған артистары, билдәле йырсылар Алһыу Бәхтиева, Илнур Лоҡманов, республика һәм төбәк-ара йыр конкурстары лауреаты Радмир Туйсин һәм гимназиябыҙҙың йыр уҡытыусыһы, «Гәлсәр» хор түңәрәге етәксеһе Айгөл Ишбаева менән музыка белгесе Зифа Мәҡүмтовалар.

Бына иң тулҡындырғыс минуттар етте. Жюри ағзалары үҙ эштәренә яуаплы ҡараны. Улар һәр сығышты ентекле, ғәҙел баһаланы. Һәр бер жюри ағзаһы, оҡшаған башҡарыусыһына йөҙө менән боролоп, үҙенең командаһын тупланы. Шулай итеп, Илнур Лоҡманов ағай Айзилә Төркмәнова, Искәндәр Килдин, Артур Һатлыҡов менән эшләргә теләк белдерҙе. Айгөл Ишбаева – IX «Д» синыфы ансамбле һәм Нургизә Манапова менән, Радмир ағай Туйсин – Илшат Шәймәрҙәнов, Регина Ишемғолова, Айрат Бирҙин менән, Алһыу Бәхтиева иһә Динара Ушийәрова, Нурзилә Йәғәфәрова, Алһыу Низаметдинова, Азалина Ҡотлоюлова менән бергә ине.

Гала-концерт декабрҙең тәүге аҙнаһында уҙасаҡ. III турға үтеүселәр билдәле йырсыларҙан дәрес алып, һынауға әҙерләнә башланы ла инде. Ә беҙ уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Нурсилә ӘМӘТОВА, Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрселәр.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: