+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Декабрь 2018, 13:17
Исеме лә Алтынай бит уның!
Беҙҙең синыфта Алтынай Ҡасимова исемле ҡыҙ уҡый. Толомдары оҙон, алтындай һары ғына.
Ул уңған да, тырыш та, ярҙамсыл да. Үҙенең һәләттәре лә күп. Саңғыла йөрөргә, йүгерергә, йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә ярата. Ярыштарҙа гел призлы урындар яулай. Һәйбәт уҡый. Төрлө һүрәт конкурстарында әүҙем ҡатнаша.
Алтынайҙың өс ҡустыһы һәм бер һеңлеһе бар. Туғандарын бик ярата ул. Төрлө уйындар уйнатып, күңелдәрен күтәрергә тырыша. Яңы йыл яҡынлашһа, Алтынай матур костюм әҙерләй башлай. Ул Шыршы, Уңыш байрамдарын көтөп ала. Төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Үҙе музыка, һынлы сәнғәт дәрестәрен ярата. Үҫкәс, физкультура уҡытыусыһы булам, ти. Хыялдарың тормошҡа ашһын, Алтынай!
Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?