+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Декабрь 2018, 15:49

Киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа

14 декабрь – Башҡорт теле көнө байрамы һәм халҡыбыҙҙың билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө тип билдәләнелә.

Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс-хол бинаһы республикабыҙҙың иң һәләтле уҡыусыларын бергә йыйҙы. Күркәм сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған иншалар, әкиәттәр, тәржемәләр, видеороликтар конкурсы еңеүселәре, башҡорт теле буйынса олимпиадала ҡатнашыусылар һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем эш алып барған уҡыусылар саҡырылғайны. Улар араһында бөрйәндәрҙең дә булыуы һөйөнөслө.
Йәнгүзәл Ҡаһарманова:
–Ойоштороусылар бик мауыҡтырғыс программа әҙерләгән ине. Төрлө викторина уйындарында ҡатнашып үҙебеҙҙең көсөбөҙҙө һанап ҡараныҡ. Бай йөкмәткеле концерт номерҙары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бигерәк тә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң сығышы күңелемә хуш килде. Беҙ «Социаль видеоролик» номинацияһына башҡорт теленән төшөп ҡалған йәки һирәк ҡулланылған һүҙҙәр хаҡында сюжетыбыҙҙы тәҡдим иткәйнек, I урынға сыҡтыҡ. Ойоштороусыларға, уҡытыусыбыҙға рәхмәт.
Зөлфиә Байморатова:
– Был байрамға халҡыбыҙҙың намыҫын күтәргән, башҡорт телен яҡлаған, һаҡлаған уҡыусылар йыйылғайны. Һәләтле уҡыусыларҙың сығышынан илһамланып, дәртләнеп ҡайттым. Бөтә зал менән Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләгәндә, ғорурлыҡ хисе уянды. Ойоштороусылаға оло рәхмәт. Бындай саралар йышыраҡ үтһен ине, тип теләйем, сөнки ул башҡорт халҡын берләштерә.
Ысынлап та, илһөйәр, телһөйәр уҡыусыларҙы йыйған был сара, телебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанырға мәжбүр итте.

Айгөл Сөләймәнова, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе

Читайте нас: