+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Декабрь 2018, 14:59

Яғымлы һүҙҙәр менән йыуата

Әсәйемдең исеме – Мөршиҙә. Бик матур, алсаҡ күңелле һәм мөләйем кеше ул. Мин барыһы өсөн дә ҡәҙерлемә оло рәхмәтлемен. Һәр саҡ мәктәптән ҡайтыуыма, ҡояш кеүек балҡып ҡаршы ала, өйҙән тәмле аш еҫтәре бөркөлә. Ә бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ! Ниндәй генә мәлдәр булһа ла, әсәкәйем мине һәр саҡ аңлай, яғымлы һүҙҙәр менән йыуата. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы ысын дуҫ һымаҡ инде үҙе.

Әсәй булмаһа, йорт та ҡотһоҙ, аш та тәмһеҙ тойола. Ул ҡайтып инеү менән өй йәмләнеп, яҡтырып китә. Тимәк, ғаилә усағын, ҡотон һаҡлаусы изге йән дә.

Ҡул эштәренә лә оҫта, шулай уҡ сәскәләр үҫтерергә ярата. Уның бар күңелен биреп үҫтергән гөл, сәскәләре, емеш-еләктәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Мин әсәйемә ҡарап һәр ваҡыт һоҡланам, ғорурланам. Унан өлгө алам.

Гөлдәриә ФӘТХУЛЛИНА, V «А» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас: